Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 11:55

Яугир менән осрашыу

Район башлығы ялда булған яугир менән осрашып, егеттәребеҙҙең хәл-әхүәлен һорашты...

Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мобилизацияланған яҡташыбыҙ менән осрашты. Яугир әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.

Фәнис Ғәбдрәшит улы бындай осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә тәү сиратта ниҙәр кәрәклеген белергә мөмкин икәнлеген белдерҙе.

Яугирҙәребеҙҙең бар теләктәре гуманитар ярҙам әҙерләгәндә мотлаҡ иҫәпкә алына. 

Ялға ҡайтҡан яугиребеҙ үҙҙәре өсөн борсолмауҙы һораны, яҡташтарыбыҙҙың бер көс булып, бер-береһенә терәк-таяныс булыуҙары хаҡында һөйләне һәм даими рәүештә ярҙам ебәреп торған өсөн район башлығына һәм бар Баймаҡ халҡына яуҙағы ир-егеттәребеҙ исеменән рәхмәтен еткерҙе. 

Ватан һағында булған яугирҙәребеҙгә беҙ ҙә иң йылы хистәребеҙҙе юллайбыҙ. Имен-һау ҡайтығыҙ, егеттәр!  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: