Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 11:35

Тағы бер үр яуланды!

22 ғинуарҙа киске сәғәт 9-сы 36 минутта ҡулдарым менән Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһенә күтәрелдем... 25 сәғәт буйына йоҡоһоҙ, ашһыҙ, бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә...

Башҡортостандан популяр блогер Рөстәм Нәбиев Көньяҡ Американың иң бейек түбәһе Аконкагуаны (6 962 метр) яулаған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Ул 22 ғинуарҙа киске сәғәт 9-сы 36 минутта ҡулдары менән Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһенә күтәрелде.

Рөстәм Нәбиев үҙ диуарына былай тип яҙҙы:

- Туғыҙ көн, Иоанн Чечнев менән бергә. Өсөнсө лагерҙан тау түбәһенә менеү һәм кире төшөү 25 сәғәт дауам итте. 25 сәғәт буйына йоҡоһоҙ, ашһыҙ, бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә, маҡсатыма табан юлда. Дәртләндереп торғанығыҙ өсөн һәммәгеҙгә лә рәхмәт! Беҙ быны эшләнек! Быларҙың барыһы ла еңеү менән тамамланыуына мин шатмын. Ҡалғанын һуңынан һөйләрмен. Хәҙер күңелемдә бушлыҡ. Үҙемдең хәлемде аңламайым, илағы, хис-тойғолар урғылып сығып килә. Һеҙ бының ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ауыр...

Сикһеҙ ихтыяр көсө өлгөһө булған Рөстәм Нәбиевты киләсәктә бар үрҙәр ҡабул итеүен теләйбеҙ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: