Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Ғинуар 2023, 11:45

Кемдәргә газ үткәрелә?

Уҙған йылдың ноябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен ошо исемлеккә индерҙек. Хәҙер исемлекте артабан киңәйтергә уйлайбыҙ. 2023 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ категориялар өсөн сертификаттың номиналы 100 мең һум тәшкил итә...

Кемдәргә газ үткәрелә?Кемдәргә газ үткәрелә?
Кемдәргә газ үткәрелә?

Башҡортостанда социаль газ үткәреүгә хоҡуҡлы граждандарҙың категориялары исемлеген киңәйтеүҙәре ихтимал. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

«2019 йылдан Башҡортостанда ғаиләләрҙең айырым категорияларына (Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, ветерандарына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә) йортҡа газ һуҙыу өсөн сертификаттар тапшырабыҙ. Уҙған йылдың ноябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен ошо исемлеккә индерҙек. Хәҙер исемлекте артабан киңәйтергә уйлайбыҙ. 2023 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ категориялар өсөн сертификаттың номиналы 100 мең һум тәшкил итә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Социаль газ үткәреү программаһын Рәсәй Президенты тәҡдим итте. Ул газ селтәрҙәре һалынған тораҡ пункттарҙа ғәмәлгә ашырыла.

Былтыр 2 375 ғаилә газ үткәреү өсөн сертификаттарҙан файҙаланған, дөйөм сумма 178 миллион 587 мең һум тәшкил иткән. Программа башланғандан алып республикала 665 миллион 200 мең һумлыҡ 8 437 сертификат бирелгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас