Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2023, 16:15

Яугирҙәребеҙгә ҡалҡан булыр

Өмөтбай мәктәбе уҡыусылары яугирҙәргә ярҙам әҙерләй...

Яугирҙәребеҙгә ҡалҡан булыр
Яугирҙәребеҙгә ҡалҡан булыр

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ғәзиз Мөхәмәҙиев белем алған мәктәптә уның хәтеренә төрлө илһөйәрлек саралары үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хаттар яҙыу, ярҙам әҙерләү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла.

Бөгөн Өмөтбай мәктәбе уҡыусылары ир-егеттәребеҙгә маскировкалау сеткаһын әҙерләй башланы. “Беҙҙең ағайҙар - иң батыры һәм иң ҡыйыуы! Әгәр беҙ уларға ярҙам итә алабыҙ икән, беҙ бының менән ғорурланабыҙ”,-тине балалар.

Афарин, ҡыҙҙар-малайҙар, һеҙҙең күҙ нурығыҙ һалынған был әйбер яугирҙәребеҙгә ҡалҡан булыр, тип ышанабыҙ

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: