Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2023, 15:10

Яуҙа - утыҙ өс депутат

Хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса закондар әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Фронтҡа ярҙам итергә теләгән ирекмәндәр менән бәйләнеш тотабыҙ...

Яуҙа - утыҙ өс депутат
Яуҙа - утыҙ өс депутат

Республика депутаттары ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв 33 парламентарийҙың үҙ теләге менән һәм өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операция зонаһына юлланыуын хәбәр итте. Улар араһында төрлө кимәлдәге депутаттар — ауыл биләмәләре советтарынан алып республика парламентына тиклем.

Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, улар араһында Дәүләт Йыйылышы депутаты Булат Йомаҙилов та бар. Ул уҙған йылдың декабрендә махсус хәрби операция зонаһына китте.

«Депутаттар гуманитар ярҙам йыйыуҙа даими ҡатнаша һәм яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк оҙата, хәрбиҙәр һәм медиктар урынлашҡан зонаға бара,  — тине Константин Толкачёв. — Мин үҙем дә унда ике тапҡыр барҙым, декабрҙә Херсон өлкәһендә булдым. Закондар сығарыу буйынса ҙур эш алып барыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса закондар әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Фронтҡа ярҙам итергә теләгән ирекмәндәр менән бәйләнеш тотабыҙ. Кемгәлер — биналар, кемгәлер материалдар етмәй, ә кемдеңдер логистика менән проблема. Бөтә кимәлдәге депутаттар Шайморатов исемендәге штабтарҙың эшенә ҡушылды. Штабтар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтә. Эш күп. Халыҡтың берҙәмлеге һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы ярҙам итә».

Эйе, һәр кемебеҙ яугирҙәргә ярҙам итергә әҙер. Һәм, әлбиттә, беҙ уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: