Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2023, 14:45

Махсус урын әҙерләнде

Беҙ һеҙҙе киске ундан төнгө өскә тиклем Граф күлендә көтәбеҙ. Күлдә һыуға төшөү өсөн махсус урын әҙерләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, хоҡуҡ һаҡлау, медицина хеҙмәттәре иҫкәртелгән, улар һуңғы кешегә тиклем дежурҙа буласаҡ...

Махсус урын әҙерләнде
Махсус урын әҙерләнде

18 ғинуарҙан 19 ғинуарға ҡараған төндә христиан динендәге ҡәрҙәштәребеҙ Крещение байрамын билдәләй. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев уларҙы яҡынлашып килгән байрамдары менән социаль селтәрҙәр аша ҡотлап былай тип белдерҙе:

- Беҙ һеҙҙе киске ундан төнгө өскә тиклем Граф күлендә көтәбеҙ. Күлдә һыуға төшөү өсөн махсус урын әҙерләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, хоҡуҡ һаҡлау, медицина хеҙмәттәре иҫкәртелгән, улар һуңғы кешегә тиклем дежурҙа буласаҡ. Был кешеләрҙең хәүефһеҙлеген күҙәтеү маҡсатында эшләнә.

Бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн түбәндәге кәңәштәремә ҡолаҡ һалығыҙ:

Купель янында иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу ҡәтғи тыйыла! Шулай уҡ хәмер йоғонтоһонда һыуға төшөргә лә ярамай.

Үҙегеҙ менән таймаған аяҡ кейеме алығыҙ.

Купелгә төшөргә барғанда йүгермәгеҙ, ҡабаланмағыҙ.

Тәүге мәртәбә төшкәндәргә һыуҙа оҙаҡ булырға ярамай. Ауырыу, бигерәк тә мейе, ҡан тамырҙары, йөрәк ауырыулы кешеләргә һыуға төшөргә ярамай!

Һыуҙа иң оҙағы бер минут ҡына булығыҙ.

Һыуҙан сыҡҡанда тотоноп сығығыҙ. Тайып китеүегеҙ бар.

Сыҡҡас һалҡында оҙаҡ тормағыҙ.

Эҫе сәй йәки үлән сәйҙәре эсегеҙ. Был ауырымаҫҡа ярҙам итер.

Был сара матур һәм бәлә-ҡазаһыҙ үтһен! Барыбыҙға ла бәхет-шатлыҡ теләйем!

Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.

Фотоһүрәттә: Баймаҡ районының Введен храмы руханиһы отец Роман.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: