Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2022, 14:50

Эш хаҡы арта

Улар бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуҙы тәьмин итеүгә ҡағыла, тип хәбәр ителә Рәсәй Президенты сайтында...

Эш хаҡы арта
Эш хаҡы арта

Владимир Путин 30 ноябрҙә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеген раҫланы. Улар бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуҙы тәьмин итеүгә ҡағыла, тип хәбәр ителә Рәсәй Президенты сайтында.

15 декабргә тиклем, иҡтисадтағы хеҙмәт хаҡы үҫешенең фактик темптарын иҫәпкә алып, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәленең маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттарына өҫтәмә трансферттар йүнәлтеү бурысы йөкмәтелгән.

2023 йылдың 30 мартына тиклем хөкүмәткә федераль дәүләт бюджет учреждениеларының эшмәкәрлеген, шул иҫәптән уларҙың хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен, эш сифатын анализларға һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса тәҡдимдәр индерергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытҡа ил хөкүмәтенә һәм субъекттарҙың башҡарма власть органдарына 2023 йылдың башында бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фондын арттырыуҙы тәьмин итергә  ҡушылған.

Бынан алда 2023 йылда Рәсәйҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 8 процентҡа артасағын хәбәр ителгәйне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: