Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 18:25

Өҫтәмә аҡса

3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр индерелгәйне. Ғаиләнең хәленә ҡарап, уларҙың күләме балаға йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100% тәшкил итергә мөмкин. Башҡортостанда пособиеның иң күбе — 11 747 һум...

Өҫтәмә аҡса
Өҫтәмә аҡса

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр өсөн өҫтәмә рәүештә 190 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Шулай итеп, ошо категорияға ҡараған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн республика федераль бюджеттан 8 миллиард һумдан ашыу аҡса алырға тейеш. Ошо туралағы бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

«Өҫтәмә финанслау кәрәклеге төбәктәрҙә аҡса алыусылар һанын асыҡлауға бәйле. Аҡса сығанағы — хөкүмәттең резерв фонды», — тиелә Министрҙар кабинеты белдереүендә.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр өсөн төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 3,3 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Рәсәй президенты указы менән 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр индерелде. Ғаиләнең хәленә ҡарап, уларҙың күләме балаға йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100% тәшкил итергә мөмкин. Башҡортостанда пособиеның иң күбе — 11 747 һум.

Пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: