Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 11:50

Павел Гусев: «Өсөнсө йыл рәттән Өфөлә барған ТЭФИ-Капитал премияһы - журналистика өлкәһендәге төп премияларҙың береһе»

14-16 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Йыл һайын үткәрелеүсе иҡтисади сара 3000-дән ашыу кешене: хокүмәт, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкә белгестәрен берләштерәсәк. Юбилейлы Форум даирәләрендә 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторола, унда 20-нән ашыу илдән 500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спикер сығыш яһай. Форумдың генераль партнёры - «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте.

Павел Гусев: «Өсөнсө йыл рәттән Өфөлә барған ТЭФИ-Капитал премияһы - журналистика өлкәһендәге төп премияларҙың береһе»
Павел Гусев: «Өсөнсө йыл рәттән Өфөлә барған ТЭФИ-Капитал премияһы - журналистика өлкәһендәге төп премияларҙың береһе»

14-16 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Йыл һайын үткәрелеүсе иҡтисади сара 3000-дән ашыу кешене: власть, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкә белгестәрен берләштерәсәк. Юбилейлы Форум даирәләрендә 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторола, унда 20-нән ашыу илдән 500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спикер сығыш яһай. Форумдың генераль партнёры - «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте.

Йола буйынса, форумда бөтә Рәсәйҙән дәғүә итеүселәр дәғүә иткән 2022 йылғы «ТЭФИ-Капитал» Бөтә Рәсәй телевизион премияһы еңеүселәренең исемдәре иғлан ителә. Быйыл конкурсҡа иҡтисад, бизнес, эшҡыуарлыҡ тураһында 150-нән ашыу эш килгән, шуларҙың 135-е ҡатнашыу хоҡуғы алған. 

Иҡтисади мәсьәләләргә һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә арналған эштәрҙе абруйлы эксперт советы баһалай. Уның составына «Московский комсомолец» гәзитенең баш мөхәррире Павел Гусев, телевидение алып барыусыһы, дәүләт, йәмәғәт, сәйәси эшмәкәр Оксана Пушкина, «Бизнес ФМ» радиоһы күҙәтеүсеһе Михаил Сафонов, «Бизнес Ньюс Медиа» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, «Ведомости» гәзитенең нәшер итеүсеһе Андрей Нелюбин, Рәсәй телевидениеһы Академияһы ағзаһы, телепродюсер һәм кинопродюсер Александр Олейников, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университетының коммуникациялар, медиа һәм дизайн факультеты деканы, профессор Андрей Быстрицкий. 

«ТЭФИ-Капитал премияһы иҡтисад, ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендә журналистика менән шөғөлләнеүселәр өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе тип иҫәпләйем. Бизнес-журналистика - ярайһы уҡ ҡатмарлы тармаҡ, ул аныҡ, үҙенең билдәләмәләре, төшөнсәләре менән булырға тейеш. Тап ошондай медиа проекттары ТЭФИ-Капиталда ҡатнаша, премияны йылдың иң яҡшы эштәре ала.

Жюри составында йыш ҡына булам, бер нисә тапҡыр премияны тапшырыуҙа ҡатнаштым һәм ул һәр саҡ бик шәп итеп ойошторола, уникаль ҡунаҡтар саҡырыла, тантананың юғары планкаһы тора. ТЭФИ-Капитал - журналистика өлкәһендәге төп премияларҙың береһе, һәм хәҙерге ваҡытта уныңһыҙ медиакиңлектең һәм иҡтисадтың булыуы мөмкин түгел.

Өфө - бик ҡеүәтле иҡтисадлы, көслө башланғыстары булған төбәк. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, губернатор Радий Хәбиров һәм уның командаһы халыҡтың һәм бизнестың именлеге юғары кимәлдә булһын өсөн барыһын да эшләй. Был ТЭФИ-Капитал премияһының нәҡ Өфөлә беренсе йыл үткәрелмәүен дә раҫлай», - тине Павел Гусев.

Ғәҙәттәгесә, «ТЭФИ-Капитал»да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән - Архангельск, Симферополь, Владикавказ, Улан-Удэ, Кемерово, Тубыл, Киров һәм башҡа төбәктәрҙән дәғүәселәрҙең эштәре ҡатнаша. 

Ойоштороу комитетында билдәләүҙәренсә, Башҡортостан һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы, тәмле ризығы, һәм, әлбиттә, изге күңелле һәм ярҙамсыл кешеләре менән дан тота.

Трансляция Форум сайтында була: https://ibw-bashkortostan.com 

Белешмә өсөн:
«Капитал» - ТЭФИ быуынының иң йәш премияһы. Ул тәүгә 2019 йылда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында тапшырылды.
Премия эшҡыуарҙар һәм бизнес-берләшмәләр тормошондағы ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан иң яҡшы журналистарҙың һәм телеканалдарҙың хеҙмәттәрен дәртләндерә. «ТЭФИ-Капитал»ды уҙғарыу эшҡыуарҙың ыңғай образын булдырыуға йүнәлтелгән. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: