Новости
30 Ноябрь 2022, 12:30

Балаларға - сертификаттар

Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары дәүләт колледждарында һәм техникумдарында урта һөнәри белем алыу өсөн сертификаттар менән тәьмин ителә...

Балаларға - сертификаттарБалаларға - сертификаттар
Балаларға - сертификаттар

Башҡортостанда Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье биләмәһендә махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары дәүләт колледждарында һәм техникумдарында урта һөнәри белем алыу өсөн сертификаттар менән тәьмин ителә.

Был туралағы ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

«Улар — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың, шулай уҡ хәрби хәрәкәт зонаһында һәләк булған яугирҙәрҙең балалары. Сертификатты бер һөнәр өсөн генә тотонорға мөмкин», — тиелә документта.

Ғаризалар махсус хәрби операция рәсми рәүештә тамамланған йылдың 31 декабренә тиклем ҡабул ителә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас