

Башҡортостанда «Туризм өсөн ер» федераль проекты сиктәрендә иң яҡшы һәм уңайлы булған 5 ер участкаһы һайлап алынды. Был ҡарар эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы барышында ҡабул ителде.
Был участкаларҙың өсәүе Меләүез районындағы Нөгөш һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Ҡалған икәүһе Ғафури районындағы Красноусол минераль сығанаҡтары һәм «Усолка», «Дальний тюлькас» геологик киҫелештәре янында урынлашҡан.
- «Туризм өсөн ер» проектының маҡсаты - туристар өсөн ҡыҙыҡлы объекттарҙы билдәләү, туристик инфраструктураны урынлаштырыу өсөн улар янындағы участкаларҙы һәм территорияларҙы асыҡлау. Республика был проектты тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәр иҫәбенә инде, - тип "Росрестр"ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец һөйләне.
БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә, яҡын арала был туристик участкалар тураһында мәғлүмәт Росреестрҙың (pkk.rosreestr.ru) кадастр картаһында («Туризм өсөн ерҙәр» бүлегендә) индереләсәк. Теләгән кеше, шул иҫәптән инвесторҙар туризм өлкәһендә үҙ проектын тормошҡа ашырыуға ғариза бирә ала. Яңы сервис «Төҙөлөш өсөн ер» сервисы кеүек эшләй (торлаҡ төҙөлөшө өсөн яраҡлы участкаларҙы асыҡлау).
Башҡортостанда «Туризм өсөн ер» проектын тормошҡа ашырыу тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға, яңы территорияларҙы үҙләштерергә һәм матурландырырға мөмкинлек бирәсәк, ошо рәүешле төбәк халҡының йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ.