Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Ноябрь 2022, 03:44

Башҡортостанда дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә

Бындай дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәренә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе, йә иһә Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ ирке менән булышлыҡ итеү тураһында килешеү төҙөгән граждандарға биреләсәк.  

Башҡортостанда дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектереләБашҡортостанда дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә
Башҡортостанда дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә

Башҡортостан Республикаһында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы БР Хөкүмәте бойороғо проектын әҙерләне. Проектта хәрби хеҙмәт үткән осорға ҡуртым түләүҙе кисектереү йәки Рәсәй Федерацияһының ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ теләгең менән булышлыҡ итеү ҡарала.

- Яңылыҡтың маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкен ҡуртымға алыусыларҙың мөлкәтенә ярҙам итеү, - тип аңлатма бирҙе ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Бындай дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәренә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе, йә иһә Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ ирке менән булышлыҡ итеү тураһында килешеү төҙөгән граждандарға биреләсәк.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас