

2022 йылдың 3 ноябрендә Федерация Советында экстремаль хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
«Күрһәтелгән батырлыҡ өсөн» миҙалын Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа тапшырҙылар.
2022 йылдың мартында ул урамдан ҡайтып килгәндә бер өйҙән төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Өйгә төкөтөп һалынған мунса янған булып сыҡты. Ут тиҙ арала кеше йәшәгән йортто ла ялмап ала. Арыҫлан юғалып ҡалмай, йәһәт кенә янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Ишек аша өйгә инеү булмау сәбәпле тәҙрәнән инеп оло йәштәге ҡатын һәм аяҡһыҙ 2-се төркөм инвалиды булған йорт хужаларына сығырға ярҙам итә.
Әммә Арыҫлан үҙен герой тип иҫәпләмәй. Тыйнаҡ һәм тәүәккәл, ғәҙел малай башҡа балалар кеүек тырышып уҡый. Арыҫлан ғаиләһенән уңа. Бында бер ваҡытта ла ҡысҡырышмайҙар, ата-әсәһе менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға тырышалар. Ә был үҫмер өсөн бик тә мөһим.
Ғаиләләрендә шулай уҡ ҡустылары, ике һәм өс туған ҡустылары, һеңлеләре бар. Арыҫлан уларға ағай булып тора. Шуға ла һәр саҡ бар нәмәлә лә өлгө күрһәтергә тырыша.
- Героймыни ул? – тип Арыҫландың атаһы Айҙар Шафиҡов улының батырлығы тураһында һорашҡандарға ҡарап ғәжәпләнә. – Ул намыҫына таянып эш итте. Улымдың ҡыйыу итеп тәрбиәләй ала алғаныма ҡыуанам.
Арыҫлан Шафиҡов менән бергә Федерация Советында 16 төбәктән тағы 18 бала бүләкләнде. Наградаларға 54 төбәктән йәмғеһе 150-нән ашыу бала тәҡдим ителгән. Йәш геройҙарҙы улар йәшәгән төбәктәрҙә тәбрикләйәсәктәр.
Башҡортостанда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы наградаларын Аделина Ронжинаға, Радмир Хөснөтдиновҡа, Алмаз Хисмәтуллинға, Елизавета Фәхриеваға һәм Анна Беляковаға тапшырасаҡтар. Ябай малайҙар һәм ҡыҙҙар, ауыр шарттарҙа улар рәхимлек, шәфҡәтлелек, ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын сағылдыра алғандар.
- Ҡайһы бер кешеләр ғүмер буйы йцәшәп тә бындай ҡыйыулыҡ күрһәтә алырҙар инеме әллә юҡмы икәнен белмәй ҡалалар. Был балалар бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан шундай ҡыйыулыҡ күрһәттеләр! - тип балаларҙың ҡылыҡтарын шулай баһаланы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латыпов.
Ғәҙәттәгесә тәбрикләү тантанаһы декабрь аҙағында, Яңы йыл каникулдары алдынан буласаҡ.