"Сулпылар" балалар баҡсаһында "Иғтибар: балалар!" исеме аҫтында һүрәттәр конкурсы үтте. Бәләкәстәр юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә арнап бик күп һүрәттәр төшөргән ине.
Күргәҙмәнең маҡсаты: юл-транспорт хәүефһеҙлеген арттырыу, балаларға юл ҡағиҙәләрен аңлатыу. Шулай уҡ бәләкәстәр менән был турала аңлатыу эштәре лә алып барылған.