

Башҡортостан Республикаһында төбәк инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу сиктәрендә газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса аҙымлап инструкция әҙерләнде.
- Етәкселек яңы төҙөлгән йәки файҙаланылған объекттарҙы газға тоташтырыу буйынса ғариза яҙып килеүсегә эште ниҙән башларға икәнен ябай тел менән аңлатырға тейеш. Был аңлатма эсенә баҡса участкаларындағы биналарҙан алып магазиндарға, йорттарға, предприятие биналарына һәм ҡоролмаларына, мәҙәни-күңел асыу һәм социаль инфраструктура объекттарына тиклем бөтә ҡоролмалар ҙа ингән, - тип аңлатты БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Бында газға тоташтырыу тураһында килешеү төҙөү өсөн ниндәй документтар кәрәклеген; техник шарттар биргән ниндәй ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген; газ бүлеү селтәрҙәренә ниндәй ваҡытта тоташтырыу ғәмәлгә ашырылғанын аңлата. Махсус һылтанма буйынса ҡулланыусының ҡайҙа булыуына ҡарап, ойошмалар, кураторҙарының бәйләнеш саралары күрһәтелгән.
Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың яҡынса хаҡын иҫәпләү өсөн инструкцияла план хаҡының калькуляторына һылтанма урынлаштырылған.
Бынан тыш, инструкцияла газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу өсөн кәрәкле регламентлаусы документтарға һылтанмалар күрһәтелгән. Улар иҫәбендә газ менән файҙаланыу ҡорамалдарын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу ҡағиҙәләре бар.
Газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса инструкция менән ентекләберәк Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Башҡа һорауҙар менән Өфө ҡалаһы, Новосибирск урамы, 2-се йорт, 4-се корпус адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Берҙәм белешмә хеҙмәтенең телефоны: 8 (800) 347-88-00.
Белешмә өсөн:
Төбәк инвестиция стандарты - ул төбәктәрҙә инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү системаһы. 2021 йылдың аҙағында Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең инвесторҙарға ярҙам итеүҙең яңы ҡоралын ғәмәлгә ашырыусы пилот төбәктәре иҫәбенә инде. Стандартҡа ярҙам системаһы элементтарын формалаштырыу буйынса методик рекомендациялар инә.