

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы коллективы йыл да матбуғатҡа яҙылыу кампаниялары осоронда үҙенең уҡыусыларын дәртләндереү маҡсатында акциялар үткәрә һәм матур приздар әҙерләй.
Йылдағыса, “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы быйыл да өс этапта ойошторола. Ошо көндәрҙә уның тәүгеһенә йомғаҡ яһалды. Ниғәмәттән Әкрәм Әмиров, Буранбайҙан Ғәлиә Үтәбаева, Ғүмәрҙән Фәниә Заманова, Түбәнге Таулыҡайҙан Зәки Сәғәҙәтов, Шүлкәнән Р.Г. Моталлапова, Ишмырҙанан Зөлфирә Кейекҡужина, Сәйғәфәрҙән Мәғрифә Алсынбаева, Әбделкәримдән Сания Йәнбирҙина, Аҡморондан Сәфиулла Йәнсурин, Беренсе Төркмәндән Зәйтүнә Өмөтбаева – бер тоҡ бойҙай (уны Мерәҫ ауылынан фермер Ғиззәт Ямантаев әҙерләне), Беренсе Этҡолдан Хәкимйән Хисмәтуллин – плед, Баймаҡтан Рәшиҙә Моратова ит ярымфабрикаттары йыйылмаһы (“Игентау” кооперативы әҙерләне) отто. Ә инде төп приз - “Мечта” электр плитәһе Ишейҙән Фәрзәнә Ҡотлобаева бәхетенә яҙған булып сыҡты.
Уйында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм приздарын редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” уйынының икенсе этабы 24 октябрҙән 30 ноябргә тиклем дауам итә, унда һеҙҙе тағы ла еллерәк приздар көтә.
Гәзиткә яҙылығыҙ һәм приздар отоғоҙ, дуҫтар!
Редакция коллективы.