

Тәүҙә уҡыу йорто стенаһында күренекле шәхескә мемориаль таҡтаташ асылды.Сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, шәхестең ҡыҙы Гүзәл Йәрмөхәмәтова сығыш яһаны.
Зиннур Йәрмөхәмәтов - кеше-дәүер, үҙ заманының иң алдынғы ҡарашлы, алдан күҙаллай белгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, бөйөк эштәр атҡарған арҙаҡлы шәхестәренең береһе ул.Уның хөрмәтенә ойошторолған хәтер кисәһендә бына шундай баһа бирелде.Үҙҙәренең фекерҙәре менән БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, арҡаҙаштары Семен Чернов, Йәлил Һөйөндөков, Ирек Бикмәтов, Йәүҙәт Биккинов, ҡала советы һәм хакимиәте етәкселәре сығыш яһаны.
Конференцияла ҡатнашыусылар һуңынан резолюция ҡабул итте.Мөһим тәҡдимдәр араһында БДУ-ның Сибай институтына Зиннур Йәрмөхәмәтовтың исемен биреүҙе юллау ҙа бар ине.Был иһә олуғ шәхестең исемен мәңгеләштереүҙә тағы бер етди аҙым булыр ине һәм ул быға лайыҡ та.