

Ташламалы хаҡҡа яҙылып өлгөр!
2023 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса декадник иғлан ителә. 3 октябрҙән 13 октябргә тиклем “Һаҡмар” гәзитенә 912 һум да 96 тингә яҙыла алаһығыҙ.
Редакция коллективы декадникты ойошҡанлы үткәреү һәм милләттәштәребеҙҙе дәртләндереү маҡсатында “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы иғлан итә. 3 – 13 октябрҙә гәзитебеҙгә яҙылғандар араһында 10 тоҡ арпа (уны Мерәҫ ауылынан фермер Ғиззәт Ямантаев әҙерләне), 4 тоҡ һоло (Буранбай ауылынан шәхси хужалыҡ етәксеһе Фәнис Ғәйетбаев), Баймаҡтағы “Игентау” кооперативынан (рәйесе Азамат Ильясов) ит ярымфабрикаттары йыйылмаһы, шулай уҡ плед, сәй сервизы уйнатыла. Төп приз - “Мечта” электр плитәһе!
Ҡәҙерле милләттәштәр! Ошо осорҙо мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға, арзан хаҡҡа яҙылырға ашығайыҡ һәм приздар отайыҡ!
“Һаҡмар” гәзите редакцияһы коллективы.