Новости
4 Октябрь 2022, 09:00

Әбейҙәр сыуағылыр...

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана...

Әбейҙәр сыуағылыр...Әбейҙәр сыуағылыр...
Әбейҙәр сыуағылыр...

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 4 октябрҙә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә, көндөҙ секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.

5 октябрҙә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көньяҡ-көнсығышта +2, -3. Көндөҙ +11, +16 градус.

6 октябрҙә республикала бер аҙ ямғыр яуа, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көньяҡ-көнсығышта +1. Көндөҙ +9, +14 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас