Новости
1 Октябрь 2022, 11:10

Герой-Әсә булһаң...

10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум күләмендәге түләү тәғәйенләнә. Ә ҡайһы ата-әсәләргә 200 мең һум түләнә?..

Герой-Әсә булһаң...Герой-Әсә булһаң...
Герой-Әсә булһаң...

Рәсәй Хөкүмәте «Герой-әсә» исемен алғандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 30,7 миллион һум бүлде. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

«Ата-әсәлек даны» ордены йәки миҙалы менән бүләкләнгән граждандарға ла аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.

«2022 йылда ошондай түләүҙәр өсөн аҡса хөкүмәттең резерв фондынан күсә. 2023-2025 йылдарҙа әлеге түләүҙәр өсөн финанслау Хөкүмәт хуплаған федераль бюджет проектына һалынған», — тип билдәләнә белдереүҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Рәсәйҙә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Уның шарттарына ярашлы, 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум күләмендәге түләү тәғәйенләнә.

Бынан тыш, «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләгәндә ата-әсәләрҙең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларҙың береһенә бер тапҡыр 200 мең һум түләнә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас