

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерергә йыйына. Ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын әҙерләү, һаҡлау, эшкәртеү һәм һатыу буйынса законһыҙ эшмәкәрлекте административ хоҡуҡ боҙоуҙың айырым составына индерергә һәм штраф һалырға тәҡдим ителә.
Документтың тексына ярашлы, шәхси эшҡыуарҙарға – 30 мең һум, юридик берәмектәргә 200 мең һум штраф ҡаралған. Закон проекты административ хоҡуҡ боҙоу ҡоралдарын йәки предметтарын тартып алыу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Законды ҡабаттан боҙған өсөн штрафтың суммаһы шәхси эшҡыуарҙарға – 50 мең һумға, юридик берәмектәргә 400 мең һумға ҡәҙәр арта йәки 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлекте административ туҡтатып тора. Лицензияға эйә булғандар, ләкин уның шарттарын боҙғандар өсөн дә санкциялар ҡаралған.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, закон проекты рөхсәтһеҙ металл һыныҡтарын ҡабул иткән пункттар һанын кәметергә, экологияны һаҡларға ярҙам итергә тейеш.