

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына быйыл февралдә 90 йыл тулды. Бөйөк шағирҙың яҡты иҫтәлегенә төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан ителгәйне. Әле уның икенсе этабы бара.
«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында» Указына ярашлы уҙғарыла. Ул 2022 йылдың 12 февраленән декабренә тиклем өс этапта уҙғарыла: беренсе этап — конкурс эштәрен ҡабул итеү, икенсе этап — телевизион конкурс
һәм өсөнсө этап — конкурстың финалы.
Был мәртәбәле конкурста 18 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Улар – Илназ Исхаҡов һәм Данияр Йыһаншин. Хөрмәтле дуҫтар, ошо һылтанма буйынса үтеп, яҡташтарыбыҙ өсөн тауыш бирегеҙ. Тауыш биреү 2022 йылдың 26 сентябренә тиклем дауам итә.
Тауыш биреү лайктар буйынса бара. Һәр категориялағы ҡатнашыусы өсөн тәүлегенә бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин. Бер тәүлектән һуң һеҙ оҡшаған ҡатнашыусы өсөн йәнә тауыш бирә алаһығыҙ.