Новости
6 Сентябрь 2022, 10:35

Уҡытыусыларға - бушлай?

Башҡортостанда уҡытыусылар мәктәптең стоматология кабинеттарында тештәрен бушлай дауалай аласаҡ...

Уҡытыусыларға - бушлай?Уҡытыусыларға - бушлай?
Уҡытыусыларға - бушлай?

Башҡортостанда уҡытыусылар мәктәптең стоматология кабинеттарында тештәрен бушлай дауалай ала. Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров шундай йөкләмә бирҙе.

«Кабинеттарға заманса шәп ҡорамалдар һатып алдыҡ. Айырыуса ауылдарҙа,  уҡытыусыларҙың шунда дауаланыу мөмкинлеге булһын өсөн. Беҙ ошо хаҡта һөйләшеп килешкәйнек бит инде», — тине республика етәксеһе.

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә 11 стоматология кабинеты эшләй башланы. Программа «Юғарыға ос» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. 2019 йылдан республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында 80 теш табибы кабинеты булдырылған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас