

Бөгөн беҙҙең һәм Йылайыр райондарын төтөн ҡаплап алды. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, урман һәм ландшафт янғындары теркәлмәгән. Төтөн күрше өлкәнән килә.
Ырымбур Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәҙер Башҡортостан сигендә, Ҡыуандыҡ ҡала округында дүрт янғын сығанағын һүндерәләр. Унда ҡоро үлән һәм ҡыуаҡтар яна.
«Унда дала янғыны күҙәтелә. Майҙаны әлегә билдәһеҙ, сөнки ут һүндерелмәгән. Урында 56 кеше һәм 20 берәмек техника эшләй. Көслө ел, ерҙең ҡоро булыуы хәлде ныҡ ҡатмарлаштыра. Ләкин ауылдарға әлегә бер ни ҙә янамай», – тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ырымбур өлкәһе буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Александр Ситников.
Көндәр үтә ҡоро һәм эҫе тора. Һуңғы көндәрҙә уға көслө еле лә өҫтәлә. Бик үк һаҡ булығыҙ!