Новости
1 Сентябрь 2022, 12:25

Миҙалға лайыҡ булдылар

"Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булғандар араһында беҙҙең райондан биш әсә бар...

Миҙалға лайыҡ булдыларМиҙалға лайыҡ булдылар
Миҙалға лайыҡ булдылар

Афарин!

Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булдылар

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 26 ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Был хаҡта Республика Башлығы махсус Ҡарар сығарҙы. Улар араһында Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Краснокама, Көйөргәҙе, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар.

Беҙҙең районыбыҙҙан “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Гөлсинә Әхмәтова, Гөлниса Бүләкова, Елена Дәүләтшина, Рәзидә Назарова, Миңниса Хәсәнованы бар күңелдән ҡотлап, балалар ҡыуанысы һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!

1998 йылда булдырылған “Әсәлек даны” миҙалына ошо көнгә тиклем һигеҙ меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Был миҙал менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнә. Быға тиклем миҙал менән бүләкләнгәндәр өсөн түләүҙең күләме 17 241 һум ине.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас