Новости
1 Сентябрь 2022, 08:15

Мәктәптәр әҙерме?

Дәүләт Думаһы депутатын ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы...

Мәктәптәр әҙерме?Мәктәптәр әҙерме?
Мәктәптәр әҙерме?

Ошо көндәрҙә районыбыҙға эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Зариф Зәкир улы тәүҙә граждандарҙы ҡабул итте. Депутатҡа төрлө проблема менән мөрәжәғәт иттеләр. Зариф Байғусҡаров уларҙы иғтибар менән тыңланы һәм борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары тәҡдим ителде.

Артабан ул район-ҡала буйынса барған төҙөлөш объекттарын ҡараны. Зариф Зәкир улын, тәү сиратта, мәктәптәр ҡыҙыҡһындыра ине. Сөнки уҡыу йылы башланды, балаларҙың тейешле шарттарҙа белем алыуы мөһим. Яңырыу кисергән 3-сө мәктәптә депутатты уҡытыусылар ҡаршы алды. Уҡыу бүлмәләре әҙер, әммә тыш яҡтан эшләнә торған эштәр бар әле. Әммә улар уҡыу-уҡытыуға тотҡарлыҡ яһай алмай. Шуға күрә балалар Белем көнөн яңыртылған мәктәптә башланы.

Депутат шулай уҡ реконструкциялау кисергән Темәс мәктәбендә лә булды. “Әлбиттә, барыһы ла тулыһынса әҙер түгел. Әммә балаларҙың тулыһынса яңыртылған мәктәпкә килеүе ҡыуаныслы. Эшләнеп бөтмәгән эштәр уҡыу процесына ҡамасауламай. Шуға күрә ошо арала тулыһынса яңыртылған бина, уның яны уҡыусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә һөйөндөрөр, тип ышанам”,-тине Зариф Зәкир улы.

Депутат мәктәпте ҡарап сыҡҡандан һуң, уҡытыусылар менән осрашты. Зариф Зәкир улы мәғариф өлкәһендәге яңы закондар менән таныштырҙы, уларҙың нескәлектәрен әйтеп үтте һәм барыһын да Белем көнө менән ҡотланы.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас