Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Июля 2022, 10:47

Тикшереүҙәр һөҙөмтәле булды

Зариф Байғусҡаров "Бәйләнештә" сайтындағы үҙ диуарында Басай, Төркмән һәм Күсей ауылы халҡы мөрәжәғәтенә яуап яҙып сыҡты. 

Тикшереүҙәр һөҙөмтәле булдыТикшереүҙәр һөҙөмтәле булды
Тикшереүҙәр һөҙөмтәле булды

 

Зариф Байғусҡаров "Бәйләнештә" сайтындағы үҙ диуарында Басай, Төркмән һәм Күсей ауылы халҡы мөрәжәғәтенә яуап яҙып сыҡты.
"2021 йылдың көҙөндә үрҙә һаналып үтелгән ауыл халҡы "Весна" ЯСЙ"һының Япраҡлы йылғаһы буйындағы ерҙе соҡоуына, ағастарҙы ҡырҡыуына дәғеүә белдергәйне. Был дәғеүәне Росприроднадзор, Роснедра етәкселегенә, БР Прокурорына, БР Урман хужалығы министрлығына, БР буйынса Россельхознадзор етәкселегенә ебәрҙек. Тикшереүҙәр барышында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланды һәм "Яҙ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте штраф формаһында административ яуаплылыҡҡа тарттырылды", ― тип яҙған.

Депутат 2021 йылдың декабрендә Төрөкмән ауылы халҡы менән осрашҡандан һуң, уны яҙ көнө үҙҙәренә саҡырып ҡалдылар. Зариф Зәкир улы һүҙендә тороп, апрелдә килеп китте. Басай ауылы клубында яҡын-тирәләге ауылдарҙан килгән кешеләр менән осрашып һөйләшкәндән һуң тәбиғи ҡаҙылмалар табылған урындарҙа була.
"Алтын Юл" ЯСҺ-һы лицензия алып, Басай ауылы эргәһендә эшмәкәрлек алып бара. Улар ошо урында мал көткән халыҡҡа ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Экосистемаға кире йоғонто яһай. Депутат был проблеманы мөмкин тиклем хәл итергә вәғәҙә бирә.
Шулай уҡ "Яҙ" һәм "Ос" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең карьерҙарын да ҡарап сығалар. Бында ла тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙар ҡалған.
Күҙәтеү органдарына был ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тикшереү үтенесе менән ҡабаттан депутат запростары ебәргән.
Яңыраҡ яуап килгән. "Яҙ" һәм "Ос" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре предприятиелары эшмәкәрлегендә ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған һәм улар административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, тип хәбәр итә.
Роснедр етәксеһе үткәрелгән тикшереү йомғаҡтары буйынса "Алтын Юл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 2022 йылда Басай ауылы эргәһендә геологик-эҙләнеү эштәре үткәреү өсөн нигеҙе булмауы хаҡында хәбәр итте.
"Был Басай, Күсей, Төрөкмән ауылдары халҡы менән беҙҙең бәләкәй генә дөйөм еңеүебеҙ. Башҡортостан халҡынан быға оҡшаш боҙоуҙар тураһында киләсәктә лә хәбәр итеүҙәрен һорайым. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә бай тәбиғәтте ҡалдырған һәм беҙ уны һаҡларға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға бурыслы.
Киләсәктә лә бергәләп эшләйәсәкбеҙ!" - тип ул һүҙен тамамлаған.
Райондаштарыбыҙ проблемаһына ҡолаҡ һалып, ярҙам иткән Зариф Зәкир улына афарин, тип әйтергә генә ҡала.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall326128171_35096 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас