Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2021, 22:47

Буран ҡотора

Буран ҡотора бара. Шуға ла был йүнәлештәге юлдарҙа бөтә төр транспорттарға ла юл ябылды. 

- Р-240 Өфө-Ырымбур Башҡортостан Республикаһында 17-се (аэропортҡа боролғанда) - 280-се (Ырымбур өлкәһе менән сик) км арауыҡта.

Пассажирҙар автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләү оҙайтылды:


- М-5 «Урал» Ырымбур өлкәһендә, Татарстан Республикаһында, Башҡортостан Республикаһында 1194-се (Һамар өлкәһе менән сиктәш)

- 1281-се (Октябрьский ауылы) саҡрымдарҙа һәм 1363-сө (Иҫке Богады ауылы) -1548-се (Силәбе өлкәһе менән сиктәш) саҡрымдарҙағы участкала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 26 декабрендә киске сәғәт 5-тән (урындағы ваҡыт буйынса) Р-240 Өфө - Ырымбур федераль трассаһының 280-се (Башҡортостан Республикаһы менән сиктәш) 316-сы (Иманғол 2-се ҡасабаһы) федераль трассаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: