Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 11:30

Мин дөрөҫ аҙым эшләнем

Мин ни өсөн һайлауға барҙым? Рөстәм Нәбиуллин, Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса бүлексә рәйесе:

Мин ни өсөн һайлауға барҙым?

Рөстәм Нәбиуллин, Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса бүлексә рәйесе:

- Минең өсөн һайлауға барырғамы, юҡмы, кемде һайларға тигән һорау килеп тыуманы. “Берҙәм Рәсәй” - лайыҡлы, берҙән-бер партия, тип иҫәпләйем. Сөнки бөгөн тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Күп кенә республика һәм федераль йүнәлештәге социаль программалар ярҙамы менән район халҡы торлаҡ шарттарын яҡшыртты, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Ғаилә фермаһы” булдырҙы, эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә ярҙам алды. Шул уҡ “Башҡорт ихатаһы”, “Уңайлы ҡала мөхите”, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”, “Аныҡ эштәр” программалары йәшәйешебеҙҙе күпкә яҡшыртты. Шуның өсөн дә дөрөҫ аҙым эшләгәнмендер, тип уйлайым.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: