Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 11:46

Һайлауға барҙым һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы өсөн тауыш бирҙем...

ти Баймаҡ ҡалаһынан күп балалы әсә Миләүшә Хәмзова.

Миләүшә Хәмзова, Баймаҡ ҡалаһы, хужабикә:

- Мин күп бала әсәһемен. Өс балам да мәктәп уҡыусыһы. Һайлау – ул беҙҙең өсөн байрам. Беҙҙең ғаиләбеҙ социаль яҡтан яҡланған, тип уйлайым. Бөгөн тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Балалар пособиеһы алабыҙ. Мәктәп формаларына киткән сығымдар кире ҡайтарыла. Бәләкәсем мәктәптә бушлай туҡлана. Әле торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн программаға торорға документтар туплайбыҙ. Беҙ йәшәгән күп ҡатлы йорт алдында “Башҡорт ихатаһы” программаһы буйынса бынамын тигән балалар һәм спорт майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Машиналарҙы ҡуйыу урыны булдырылды. Ҡыҫҡаһы, балаларҙы ҡурҡмайынса ял иттереү уңайлыҡтары тыуҙы. Шундай эштәрҙән һуң нисек инде һайлауға бармаҫҡа? Барҙым һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы өсөн тауыш бирҙем.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: