Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2021, 21:17

Һайлауҙың икенсе көнө тамамланды

Баймаҡ районы граждандары был сәйәси сараға етди ҡарай.

Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауы бара. Хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү маҡсатында һайлауҙар 17-се, 18-се һәм 19сы сентябрҙә ойошторолдо. Ике көндә Баймаҡ районы халҡының 41,3 проценты тауыш бирҙе лә инде. Айырыуса, Крепостной Йылайыр, Ишбирҙе, Кәрешкә, Бөрйәнйылға, Богачев, Йәрмөхәмәт, Бикеш, Алғаҙы, Байым, Түбә, Беренсе Төркмән, Икенсе Төркмән, Урғаҙы, покровка, Күлтабан, Октябрь, Ишмөхәмәт, Янғаҙы ауылдары халҡы ҙур әүҙемлек күрәһәтте. 

Иртәгә иһә - мөһим һайлау көнө. Был көндө урындарҙа концерттар, йәрминкәләр һәм сорт ярыштары уҙғарыласаҡ. Кемдәр әле тауыш биреп өлгөрмәгән, һуң түгел. Иртәгә лә көн бар. Һәр кем гражданлыҡ бырысын үтәргә тейеш. Һеҙҙе һайлау комиссияларында көтәләр. Тауыш биреп, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәгеҙ! 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: