Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь , 10:30

Ишбирҙеләр һайлауҙы башланы

Әлеге ваҡытта 38 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән

Ишбирҙе ауылында урынлашҡан 1012-се һайлау участкаһында һайлауҙар әүҙем башланды. Исемлек буйынса 387 кеше теркәлгән. 8 кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Ошо сәғәттәрҙә 28 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән дә инде. Беренсе булып Роза Иҫәндәүләтова тауыш биргән. Уға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. 

Һайлауҙа ҡатнашыусыларға "Өс таған" фильмы күрһәтелә. Урамда балалар менән көҙгө уйындар ойошторола. 

Ишбирҙеләр һайлауҙы башланы
Автор:Лилия Такаева