Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 15:00

250 мең алырға теләһәң...

Эшһеҙҙәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

Бөгөн эшһеҙ граждандар дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. 145 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелеүсе финанс ярҙамы алырға мөмкин. Сумма ҙур булмаһа ла, бәләкәй генә эшмәкәрлекте асыу өсөн ярап ҡуйыуы бар. Эш яйлы барғанда, ул табыш килтерәсәк.

Бынан тыш, процедураларҙы тамамлағандан һуң кеше әҙер бизнес-план  һәм теоретик белем ала. Уларҙың аҙаҡ та ҡатмарлы хәлдә кәрәге тейеүе бик мөмкин. Тик был дәүләт ярҙамын алыуҙың шарты ла бар: эш эҙләүсе граждан һуңғы йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәгән булырға тейеш.

250 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы социаль яҡлау органдарында “аҙ килемле” булараҡ иҫәптә торғандарға бирелә. Төп шарт: һуңғы өс йылда кешенең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн Мәшғүллек үҙәге аша субсидия алмаған булыуы кәрәк.  

Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:
Читайте нас: