Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Августа 2021, 11:48

Ауыл киләсәге – уңған егеттәр ҡулында

Бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың киләсәге алдынғы ҡарашлы, илһөйәр һәм эшһөйәр егет-ҡыҙҙарға бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Улар иртәнге көнөбөҙгә ышаныс уята, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, киләсәккә яңы уй-ниәттәр билдәләү мөмкинлеге бирә. Ҡаратал ауылынан Рәзилә менән Вәлит Юлыевтар – тап шундай уңған ғаиләләрҙең береһе.

Ауыл киләсәге – уңған егеттәр ҡулындаАуыл киләсәге – уңған егеттәр ҡулында
Ауыл киләсәге – уңған егеттәр ҡулында

Вәлит Мәхмүт улының барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы тыуған ауылы менән бәйле. Бала саҡтан хеҙмәтте татып үҫкән малай атаһы - “Баймаҡ” совхозының алдынғы механизаторы, дүрт тиҫтә йыл ғүмерен хужалыҡты үҫтереүгә арнаған Мәхмүт Мөхәмәт улынан ауыл хужалығы тармағының нескәлектәрен ныҡлап үҙләштерә. Урындағы мәктәпте тамамлағас, тормошон тыуған ауылы, тыуған ере менән бәйләргә ҡарар иткән егет “Йылайыр” совхоз-техникумының “Ауыл хужалығын механизациялау” бүлегенә уҡырға инә. Урал аръяғы райондары өсөн кадрҙар әҙерләү тимерлеге булған был уҡыу йорто Вәлиттең тормошонда ҙур роль уйнай. Үҙ эшенең ысын оҫталары тарафынан тейешле белем алыу, гигант совхозда миҙгелле ауыл хужалығы кампанияларында ҡатнашыу, арҙаҡлы етәкселәр, белгестәр, игенселәр менән осрашыу уның күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, ер эшенә ҡарата булған һөйөүен арттыра ғына төшә.

Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Вәлит туған хужалығында - “Баймаҡ” совхозының Ҡаратал бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай. Водитель дә, механизатор ҙа булып эшләй. Әммә ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре был совхозды ла урап үтмәй һәм тарҡалыуға дусар була. Бәләкәйҙән ауыл тормошоноң нескәлектәрен яҡшы белгән егет аптырап ҡалмай һәм 2010 йылда үҙ эшен асырға ҡарар итә – крәҫтиән-фермер хужалығы булдыра.

Фермерлыҡ производствоһын ойоштороуға Вәлит Мәхмүт улына ныҡлы шәхси хужалыҡ та булышлыҡ итә. Бер нисә йылдан ул “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһында ҡатнашырға йөрьәт итә һәм конкурста еңеп сыға. Күрһәтелгән дәүләт ярҙамына йәш фермер КПП-4,2 сапҡысы, пресс-йыйғыс һәм һыйыр малы һатып ала.

Йылдар үтә килә бәләкәй предприятие үҫә, үҙенең матди-техник потенциалын нығыта, производство ҡеүәттәрен арттыра бара. Элекке Ҡаратал бүлексәһенең етемһерәп ҡалған ырҙын табағындағы базаларҙы һатып алып, унда ферма, иген келәте булдыра, кәртәләп ала.

Бөгөн инде хужалыҡта 30 баш һыйыр малы, ике тиҫтә самаһы һарыҡ һәм тиҫтә самаһы йылҡы аҫрала. Әйтергә кәрәк, мал һаны хужалыҡта тотороҡло һаҡлана, уларҙы ныҡлы мал аҙығы базаһы менән тәьмин итеү, ҡышҡы осорҙа тәрбиәләү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырыла. 400 гектарҙа үҫтерелгән иген, мал аҙығы, техник культуралар производствоны уңышлы алып барыу мөмкинлеге бирә.

Әле “В.М. Юлыев” КФХ-һында бик ҡыҙыу мәл – бында малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, урып-йыйыу эштәре бара. 180 гектарҙа үҫтерелгән иген культураларын урып-һуғыу тамамланған. Төшөм дә йылына күрә насарҙан түгел – гектар ҡеүәте 7 центнер тәшкил иткән. Ашлыҡты йыйып алыуҙа комбайнсы Фәнил Таңғатаров, ташыуҙа Нияз Азаматов, Юлдаш Буранбаев хеҙмәт батырлығы күрһәткән. Механизатор Вәлит Әхмәтов иһә мал аҙығы, һалам ташыуҙа һынатмай. Фермерҙың атаһы Мәхмүт Мөхәмәт улы хужалыҡта агроном да, бригадир ҙа вазифаһын башҡара, участкалағы эштәр менән оҫта етәкселек итә. Әйткәндәй, предприятие бесән һәм һалам әҙерләүҙе тамамланы, фуражын да һалды. Ошо арала пай ерҙәре өсөн игенен дә таратасаҡ уңған фермер. Бер үк ваҡытта 120 гектарҙағы етенде лә йыйып алаһы бар.

Иле ныҡтың – биле ныҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Вәлит Мәхмүт улының да, кеше әйтмешләй, тылы ныҡ. Кәләше Рәзилә Хөрмәт ҡыҙы фермерҙың уң ҡулы булып тора, миҙгелле кампаниялар осоронда баҫыу эшсәндәрен тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.Уңған ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Өлкәндәре Раушания, Өфө авиация-техник университетын уңышлы тамамлап, әле уҡыуын Тюмень өлкәһендә индустриаль университетта магистратурала дауам итә, эшләй ҙә. Эльмира иһә Баймаҡ лицей-интернаты, Азамат – Ҡаратал мәктәбе уҡыусылары. Шуныһы һөйөнөслө, балалары ла үҙҙәре кеүек уңған, эшһөйәр һәм алдынғы ҡарашлы булыуҙары менән айырылып тора. Ҡыҙҙары хатта трактор ҙа йөрөтә белә, кәрәк икән, ултырып ер эшкәртә лә белә.

Фермер Ҡаратал ауылының социаль инфраструктураһын үҫтереүгә үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерә, төрлө саралар үткәргәндә бағыусы булараҡ сығыш яһай. Урындағы зыяратты кәртәләп алыуға, малға эсер өсөн быуа быуырға ярҙам иткән. Коллективтың һәр ағзаһы ла Вәлит Мәхмүт улының ныҡлы ярҙамын тойоп эшләй һәм йәшәй. Етәксе хеҙмәтсәндәрен иген, утын, бесән һәм һалам менән тәьмин итә.

-Тырыш булһаң, ауылда ла яҡшы йәшәргә мөмкин, - ти фермер, - тик бының өсөн йыбанмаҫҡа, һәр саҡ алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас