Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Коммуналь хеҙмәт
18 Декабря 2019, 14:00

Күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереүгә иғәнәләр артасаҡ

Башҡортостан Республикаһында күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү өсөн иғәнәләр артасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте ошо хаҡта проектты раҫлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Республикаһында күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү өсөн иғәнәләр артасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте ошо хаҡта проектты раҫлаған.

2020 йылдан 6 ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау өсөн иғәнәләрҙең минималь күләмен билдәләне. Ул 1 кв.м. өсөн 6,9 һум буласаҡ (әле ул 5,2 һум тәшкил итә). Ә инде 6 ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн ул – 7,5 һум буласаҡ (5,8 һум).

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры һәм вице-премьер Борис Беляев ошо хаҡта белдерҙе. Ул: “Башҡортостанда торлаҡ йорттарҙы ремонтлау өсөн тарифтар башҡа төбәктәргә ҡарағанда иң түбәндәрҙән һанала. 46 төбәктә ул күптән инде арттырылған. Яңы йылдан һуң тағы ла 27 субъектта күтәрелеүе көтөлә”, - тине.

Ошо хаҡта “Башинформ” агентлығы белдерә: http://www.bashinform.ru/news/1393213-v-bashkirii-povysyat-vznosy-na-kapremont-mnogokvartirnykh-domov/