Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
2 Октября , 03:40

Яратта - Самауырлы ритайым

Шундай шәп саралар был биләмәлә йыш үтә

Добавить в предпочтительные источники Google
Яратта - Самауырлы ритайымЯратта - Самауырлы ритайым
Яратта - Самауырлы ритайым

Ярат мәҙәниәт йортонда , сағыу, йөрәктәргә үтеп инерлек байрам булды! Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған "Йәшәү йәмҽ- оло йәштә " исҽмлҽ саранан һәр кем оло йылылыҡ, яҡшы кәйеф алып ҡайтты.
Байрамды ауыл хакимиәте башлығы Альбина Булат ҡыҙы ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән асты. Ул барлыҡ ололарҙы ҡотлап, изгҽ тҽләктәрҽн ҽткҽрҙҽ.
Артабан сәхнәне йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә сорнаған концерт башланды. Ҡәҙерле ауылдаштарыбыҙҙы үҙҙәренең сығыштары менән:
 "Ләйсән" ансамблҽ — күҙҙең яуын алырлыҡ бейеүҙәре,
" Етҽгән" фольклор ансамблҽ — йөрәк түренән сыҡҡан йыр-моңдары ,
 "Илһам", "Ғүмәриә" ансамблҽ апайҙарының — күңелдәргә үтеп инерлек тауыштары ,
 Һәм, әлбиттә, Ярат урта мәктәбе уҡыусылары — йәшлек дәрте, сафлыҡтары менән һөйөндөрҙө!
Байрамдың тағы бер күркәм өлөшө — йәрминкә! Йәшелсә-емеш, бал, ит һәм һөт ризыҡтары..... Ҡайнап ултырған самауыр янында рәхәтләнеп аралашыу, күрешмәгән ауылдаштар менән һөйләшеү — үҙе бер ғүмер бит ул!
Ошо күркәм байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән, уны йөрәк йылыһы һалып әҙерләшкән ауыл хакимиәтҽ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, мәктәп коллҽктивына һәм әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Һҽҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер!
Күңелдәрегеҙҙә һәр саҡ яҙ булһын!
Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын!

https://vkvideo.ru/video-122100961_456239289

Яратта - Самауырлы ритайым
Яратта - Самауырлы ритайым
Автор:Гузель Салихова