Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
16 Сентября , 04:50

Булдыҡлы эшҡыуар ҙа, матур ғаилә тотҡаһы ла

Ауылдарыбыҙҙың күрке һәм тотҡаһы булып торған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеүгә күп көс һалған, төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан матур ғаиләләр күп районда. Темәстән Миләүшә һәм Илнур Биктимеровтар – тап шундайҙарҙан.

Булдыҡлы эшҡыуар ҙа, матур ғаилә тотҡаһы лаБулдыҡлы эшҡыуар ҙа, матур ғаилә тотҡаһы ла
Булдыҡлы эшҡыуар ҙа, матур ғаилә тотҡаһы ла

Ауылдарыбыҙҙың күрке һәм тотҡаһы булып торған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеүгә күп көс һалған, төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан матур ғаиләләр күп районда. Темәстән Миләүшә һәм Илнур Биктимеровтар – тап шундайҙарҙан.

Миләүшә Мансур ҡыҙы һәм Илнур Искәнйәр улын Баймаҡ районында ғына түгел, ә Урал аръяғы райондарында ла йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү тармаҡтары буйынса маҡсатлы шөғөлләнгән, был тәңгәлдә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән булдыҡлы эшҡыуарҙар булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. “Биктимер ҡымыҙы” бренды аҫтында сыҡҡан баһадирҙар эсемлеге бөгөн төбәктә генә түгел, ә Башҡортостанда ла киң билдәле. Был крәҫтиән-фермер хужалығында етештерелгән продукция Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында, республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яуланы.
Биктимеровтарға алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләү, эшһөйәрлек кеүек матур сифаттар хас. Ғаилә бизнесын үҫтереүҙә Миләүшә ханымдың тырышлығы ҙур. Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылы ҡыҙы бала саҡтан тырыш булып үҫә. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының “Психология” факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлай һәм Баймаҡ районының Таһир ауылы егете Илнур Биктимеров менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәш ғаилә үҙҙәренең хеҙмәт юлын Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат ауылында башлай. Миләүшә Мансур ҡыҙы урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, үҙ бурыстарын бөтөн күңелен һалып башҡарған педагогты балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, коллегалары ла хөрмәт итә.
Бер аҙҙан Биктимеровтар Темәс ауылына ҡайтып төпләнә, яңы йорт һалып инә. Миләүшә Мансур ҡыҙы хеҙмәт юлын урындағы мәктәптә дауам итә. Ғаилә башлығы Илнур Искәнйәр улы иһә йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүгә йөҙ бора. 2018 йылда тап ошо йүнәлештәге крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторола, ул йылҡы үрсетеү һәм ҡымыҙсылыҡ буйынса махсуслаша. Баһадирҙар эсемлеген етештереүҙе хужабикә үҙ иңенә ала һәм бөгөнгәсә ошо эште бар күңелен һалып башҡара.
“Биктимер ҡымыҙы” продукцияһы Өфө ҡалаһының сауҙа нөктәләренә, Темәс, Билал, Таһир ауылдарына оҙатыла, ул ҙур һорау менән файҙалана. Бынан тыш, Темәстә фермер хужалығының ит менән сауҙа иткән айырым магазины ла уңышлы эшләй.
Миләүшә һәм Илнур Биктимеровтар Илхан һәм Тимерхан исемле улдар, Йәсминә һәм Камила исемле ҡыҙ балалар үҫтерә, матур тәрбиә бирә.
Ошо көндәрҙә ғүмер байрамын – матур юбилейын билдәләүсе Миләүшә Мансур ҡыҙы Биктимерованы ҡотлап, теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
А. Салауатов.

Булдыҡлы эшҡыуар ҙа, матур ғаилә тотҡаһы ла
Булдыҡлы эшҡыуар ҙа, матур ғаилә тотҡаһы ла
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас