Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
10 Август , 11:34

Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн, бер туғандар итеп яралтҡан...

Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн Бер туғандар итеп яралтҡан...   Гүзәл республикабыҙҙа, районда матур, күркәм ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Быйыл, Ҙур һәм татыу ғаилә йылы булараҡ, улар тураһында гәзит-журналдарҙан, интернет селтәренән уҡып ҡыуанабыҙ, «зәңгәр экран»дарҙан ҡарап һоҡланабыҙ. Баланы табыу ғына түгел, уны матур итеп баға ла белергә кәрәк. Уларға белемгә, хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙән тыш, бала саҡтан туғанлыҡ төшөнсәләрен дә өйрәтеү - һәр ата-әсәнең изге бурысылыр. Бер ҡарында ятҡан, аҙаҡ бер телем икмәкте бүлешеп ашаған, бер ояла ҡанат нығытҡан, артабан үҫеп буй еткәс, тормошта һәр береһе  үҙ урынын табып, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәүселәр һоҡланыу уята.  Иҫке Сибай ауылынан Утарбаевтар - тап шундайҙарҙан.

Гүзәл республикабыҙҙа, районда матур, күркәм ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Быйыл, Ҙур һәм татыу ғаилә йылы булараҡ, улар тураһында гәзит-журналдарҙан, интернет селтәренән уҡып ҡыуанабыҙ, «зәңгәр экран»дарҙан ҡарап һоҡланабыҙ. Баланы табыу ғына түгел, уны матур итеп баға ла белергә кәрәк. Уларға белемгә, хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙән тыш, бала саҡтан туғанлыҡ төшөнсәләрен дә өйрәтеү - һәр ата-әсәнең изге бурысылыр. Бер ҡарында ятҡан, аҙаҡ бер телем икмәкте бүлешеп ашаған, бер ояла ҡанат нығытҡан, артабан үҫеп буй еткәс, тормошта һәр береһе  үҙ урынын табып, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәүселәр һоҡланыу уята.  Иҫке Сибай ауылынан Утарбаевтар - тап шундайҙарҙан. Ун бер туған - Сабит, Сәрүәр, Ғәбит, Лира, Зәмзәм, Хәмит, Лилиә, Сәғит, Шәһит, Сибай - барыһы өсөн дә ҡәҙерле кешеләре әсәләре Дамира Рамаҙан ҡыҙына рәхмәтле.

«Әсәйебеҙ 1937 йылда Буранбай ауылында тыуған. Уға алты ғына ай булғанда әсәһе үлеп ҡала. Тәүҙә үгәй әсәй ҡулында үҫә, артабан инәһе Кәримә менән олатаһы Ғәзиз тәрбиәгә алалар. Бер нисә йылдан ғаилә Иҫке Сибай ауылына күсә. Уларҙың үҙҙәренең ҡыҙҙары Камила атайыбыҙ Сәмиғулла Сабир улының тәүге ҡатыны була. Атайҙың тәүге ҡатыны бик йәшләй мәрхүмә булып, кескәй улы Сабит менән ҡалғас, беҙҙең әсәйгә өйләнә. Һәм уларҙың уртаҡ туғыҙ балалары булды. Сабит ағай менән беҙҙең атай бер, әсәй башҡа. Әммә ун бала бер бөтөн булып, татыу үҫтек», - тип үткәндәргә байҡау яһаны Утарбаевтарҙың кесе улдары Сибай.

Күп балалы атай менән әсәй улдары һәм ҡыҙҙарына бәхетле бала саҡ, яҡты киләсәк бүләк итер өсөн бар тырышлығын һала. Тирә-яҡта балта оҫтаһы булып танылған аталары Сәмиғулла Сабир улы яңы йорт һала. Балаларҙың шат тауышына күмелгән матур өйҙә тормош тағы ла гөрләй. Ләкин Дамира Рамаҙан ҡыҙына парлы, ун балаға атайлы булып оҙаҡ йәшәү бәхете эләкмәй... Ғаилә башлығы 1976 йылда фажиғәле рәүештә вафат була. Береһенәне-береһе бәләкәй ун бала менән 39 йәштә тол ҡалған Дамира Рамаҙан ҡыҙына еңелдән булмай, балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ул бар көсөн һала.

«Ҡәҙерле әсәйебеҙ көслө рухлы булды. Тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәне, һынманы. Матур итеп донъя көтөргә тырышты: күпләп мал тотто, ҡош-ҡорт аҫраны, баҡса үҫтерҙе. Ауыл ерендәге бөтмәҫ эштәр араһында колхозда эшләргә лә ваҡыт тапты. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз ашханаһында ашнаҡсы булып эшләне. Арыным, тип бер ваҡытта ла зарланманы. Беҙгә әсә йылыһын, әсә һөйөүен бүләк итте. Һәр башланғысыбыҙға изге доғаларын уҡып, фатихаларын биреп ултырыр ине. Һөйөү тулы оло йөрәкле кеше булды ул ҡәҙерлебеҙ», - тине Дамира Рамаҙан ҡыҙының балалары ғәзиз кешеләрен йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып.

Эйе, әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән изге теләктәре, доғалары ҡабул була, тиҙәр. Ун бармағылай ун балаһына ғәзиз әсә һәр саҡ матур ғүмер юлы, изгелекле, тәрбиәле, аҡыллы, татыу булыуҙарын теләй. Атай-әсәйҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй Утарбаевтар. Барыһы ла уҡып, күңелдәренә ятҡан һөнәрҙәргә эйә булып, үҙ иштәрен табып, ғаиләләр ҡороп, матур итеп йәшәй һәм эшләй. Сабит, Сәрүәр, Сәғит - Сибайҙа, Лилиә - Сорғотта, Зәмзәм - Баймаҡта, Лира - Йылайыр районы Матрай ауылында, Хәмит - Өфөлә, Ғәбит, Шәһит, Сибай Иҫке Сибай ауылында төпләнгән. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, һәр саҡ осрашып, ҡунаҡтарға йөрөшөп, өмәләрҙе бергә үткәреп, ҡатышып йәшәйҙәр.

«Ҙур ғаиләлә үҫеүҙең ыңғай яҡтары нимәлә?», -  тип һораным уларҙан. «Аллаға шөкөр, бер туғандарыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Атай-әсәйебеҙҙең нәҫелен дауам итеүсе ун балаһы, 29 ейән-ейәнсәре, 39 бүлә-бүләсәре бар. Туғандар менән һәр ваҡыт аралашып, кәңәшләшеп, ҡатышып йәшәйбеҙ. Атайыбыҙҙың мәрхүм булыуына быйыл 50 йыл, әсәйебеҙгә ошо көндәрҙә 20 йыл тулды. Урындары ожмахта булһын, тыныс йоҡлаһындар», - тип яуапланы улар. Һәм Сибай Утарбаев 21 йыл элек әсәһенә арнап  яҙған шиғырын да уҡып ишеттерҙе:

Әсәйҙәргә арналған

Һүҙҙәр күптер донъяла.

Әсәһенә рәхмәтле

Донъялағы һәр бала.

 

Кем ул Әсәй минеңсә?

Ул - бәхетле бала саҡ.

Әсәйгә булған һөйөү,

Ғүмерлеккә ҡаласаҡ.

 

Әсәй - ул йылы һүҙҙәр,

Әсәй - яғымлы күҙҙәр.

Әсәй - минең арҡамдан

Тупылдатып һөйөүҙәр.

 

Әсәй - өҫтәл тулы аш,

Әсәй - донъяға ҡараш.

Әсәй - тыуған ауылдың

Сығанағы Урта Таш.

 

Әсәй - ул тыныс төштәр,

Әсәй - уянған хистәр.

Әсәй - самауыр ҡуйып,

Һөйләшеп сыҡҡан кистәр.

 

Әсәй - тормошом башы,

Әсәй - күҙемдең ҡашы.

Әсәй - хәҙерге көндө

Яҙмышымдың ағышы...

Ҡәҙерле кешеләрен һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып, улар рухына аяттар бағышлатып, бәхетле тормоштары, матур тәрбиәләре өсөн ҡәҙерле кешеләренә рәхмәтле булып йәшәгән татыу, берҙәм Утарбаевтар ғаиләһе һоҡланыу уятты.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас