

“Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға”
Беренсе Этҡолда ошондай исем аҫтында шәп сара үтте
Беренсе Этҡол ауылында “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тип исемләнгән бик матур сара үтте. Арҙаҡлы шәхестәре, хеҙмәт һөйөүсән халҡы, бай тарихы менән дан тотҡан төбәк республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралышҡан ҡыҙҙарын йыйҙы.
Һәр кемгә ғәмһеҙ бала сағы үткән, тәүге аҙымдарын яһаған, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған, беренсе мөхәббәт хистәре кисергән үҙенең тыуған ауылы ҡәҙерле. 28 июндә тыуған ауылында буласаҡ осрашыуға Беренсе Этҡол ауылы ҡыҙҙары тап бына шундай матур хәтирәләр менән ҡайтҡандыр...
Ә инде “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тигән шәп сараны ойоштороу тәҡдимен йыл башында Беренсе Этҡол ауыл хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә урындағы ағинәйҙәр, депутаттар һәм ауыл активы күтәреп сыға. Хакимиәт башлығы Илгиз Йәнбирҙин был фекерҙе күтәреп ала һәм ойоштороу комитеты булдырылып, саралар планы төҙөлә. Артабан инде этҡолдар ең һыҙғанып эшкә тотона.
Сараны үткәреүҙең төп маҡсаты ауылдаштарҙы осраштырыу, нәҫел-нәсәпте барлау, быуындар бәйләнешен нығытыу, шәп байрам ойоштороу ғына түгел, ә ауылды төҙөкләндереү, уға яңы һулыш өрөү ҙә ине. Һәм, әйтергә кәрәк, Илгиз Ғәлимнур улының берҙәм командаһының, ауылдаштарының тырышлығы һәм ныҡышмалы хеҙмәте менән “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” ысын мәғәнәһендә үҙ маҡсатына иреште, юғары кимәлдә ойошторолоуы менән барыһын да хайран итте. Байрамдың программаһы бай һәм төплө уйланылған булыуы менән һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда, күңелдәр рухи күтәренкелеккә һыуһаған осорҙа, бындай сараларҙы ойоштороу бик тә кәрәк һәм был тәңгәлдә этҡолдар башҡаларға шәп өлгө күрһәтте.
Ысынлап та, алға алған маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ауыл хакимиәте һәм халҡы ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Йорттар, урамдар, биналар һәм башҡа объекттарҙы, шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылды, кеше йәшәмәгән иҫке йорттар һүтеп алынды, бар ерҙә тәртип булдырылды. Һәм тыуған яғына осрашыуға ҡайтҡан ҡыҙҙар ғәзиз төйәгенең яңы һулыш алыуына шаһит булды, ҡыуаныуҙарын йәшермәне.
“Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы ауыл уртаһында матур итеп кәртәләп алынған Хөсәйен ҡоҙоғона көйәнтәләп һыуға барыуҙан башланып китте. Артабан ауылдаштар сара үтәсәк Янғанташ буйына йүнәлде. Ә унда уларҙы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Беренсе Этҡол йәйләүе ҡолас йәйеп ҡаршы алды.
Әйтергә кәрәк, байрам майҙансығы ысын йәйләүҙе хәтерләтте, ауылдаштар рәхәтләнеп аралашты, күңел асты, сәхнәлә үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте, сығыш яһаны. Балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо.
Беренсе Этҡол ауылының имам-хатибы Азамат хәҙрәт Ғәҙелмырҙин мәрхүмдәр рухына аят бағышлағандан һәм сараға фатиха биреүенән һуң, “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” сараһын асыу өсөн һүҙ ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙинға бирелде. Үҙенең тәбрикләү сығышында Илгиз Ғәлимнур улы ауыл халҡын, ситтә йәшәүсе яҡташтарҙы, килгән ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе. “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамына әҙерлек сиктәрендә йорттарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр атҡарылды, уларҙа һәр кем әүҙем ҡатнашты, - тип билдәләне ул. - Һәм быйыл Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Иң төҙөк ауыл” конкурсына ла Беренсе Этҡол иң беренселәрҙән ҡушылып, ҙур эштәр башҡарып сыҡты. Әйҙәгеҙ, ауылдаштар, ошо матур байрамды матур итеп үткәрәйек, аралашайыҡ, артабан да тыуған төйәгебеҙҙе онотмай, осрашып торайыҡ”.
Тантанала Беренсе Этҡол ауылының иң лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарын төрлө номинацияларҙа билдәләү һәм уларға бүләктәр тапшырыу байрамдың күркәм өлөшөнә әүерелде. “Иң оло ҡатын-ҡыҙ” номинацияһы 89 йәшлек Хәлиҙә Хисмәтуллина һәм Хәлимә Ғәзизоваға, “Күп ҡыҙ балаға ғүмер биреүсе әсә” номинацияһы Фәриғә Ҡангилдина Зәйтүнә Шәйхисламова һәм Шәһиҙә Ҡасҡынова, “10 балаға ғүмер биреүсе әсә” номинацияһы Рауилә Игебаеваға бирелде. Уларға ауылдаштары Хәлит Сөләймәнов, Илгиз Байымов, Шәрәфетдин Моталлапов һәм Илгиз Йәнбирҙин үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. “Иң йәш ҡыҙ бала” номинацияһы 2 йәшлек Мәликә Һунарғоловаға бирелде, уға шәхси эшҡыуар Руслан Мәхмүтов үҙенең призын булдырған ине. “Ауылда йәшәүсе игеҙәк ҡыҙҙар” номинацияһын Самира һәм Йәсминә Минғәлиевтарға Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Раян Хисмәтуллин тапшырҙы. Яңыраҡ ғаилә ҡорған Ынйы һәм Илнур Әхмәтовтар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Райондың билдәле эшҡыуары Гөлнара Байрамғолова “Иң алдынғы округ” номинацияһында еңеүсе 1-се округты (ауыл Советы депутаты Юлай Абулғазин) 10 мең һумлыҡ премия менән бүләкләне.
“Өлгөлө йорт” номинацияһында 1-се округтан Миңзәлә Байрамғолова, 2-се округтан Райхана һәм Риф Вәлитовтар, 3-сө округтан Гөлсинә һәм Хәсән Йәғәфәровтар, 4-се округтан Сәриә һәм Зәкир Хисмәтуллиндар, 5-се округтан Фирҙәүес һәм Хәбир Ҡангилдиндар, 6-сы округтан Көнһылыу Азаматова еңеп сыҡты, уларға исемле табличкалар һәм бүләктәр тапшырылды.
Үҙенең сығышында район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов ауылдаштарын матур байрам менән ихлас тәбрикләне, бындай сараны ойоштороуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл биләмәһе хакимиәтенең, активының, коллективтарҙың, йәмәғәт ойошмаларының, ауылдаштарының байрамға әҙерлек сиктәрендә ҙур эш атҡарыуын билдәләп, рәхмәтен еткерҙе. Һуңынан ул намыҫлы хеҙмәте, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе көнһылыу Азаматова, мәҙәни ойоштороусы Рәғиҙә Минғәлиева, ауычл Советы депутаттары Рима Буранбаева, Рәхилә Ҡунсбаева, Фәриғә хәлиуллинаға район Советының һәм хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, билдәле етәксе Хәлит Сөләймәнов үҙенең тәбрикләү телмәрендә ауылдаштарын байрам уңайы менән ысын күңелдән ҡотланы, “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” сараһының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. “Байрамға әҙерлек барышында ғәйәт ҙур эштәр атҡарылыуына барыбыҙ ҙа шаһит булдыҡ һәм был беҙҙең күңелдә тик ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғолары ғына тыуҙыра, - тине Хәлит Хәмзә улы. - Ауыл биләмәһе хакимиәтенең, ауылдаштарҙың төбәкте төҙөкләндереү һәм үҫтереү йүнәлешендәге эшен, был тәңгәлдә шәп проекттар иғлан иткән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеген юғары баһалайым һәм был артабан да маҡсатлы дауам итер тип ышанам”.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, намыҫлы хеҙмәте, мәҙәниәтте һәм рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн “Гөлнәзирә” вокаль ансамбленә (етәксеһе – Гөлфиә Тойғонова), шулай уҡ Гөлсинә Ҡаскинова, Фәниә Абулғазина, Миләүшә Йосоповаға ойошманың Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
“Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” сараһы ауыл таланттары, осрашыуға ҡайтҡан һәләтле яҡташтарҙың, район мәҙәниәт йорто, Сибай филармонияһы артистарының һоҡланғыс концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы.
Ғөмүмән, байрам ысын мәғәнәһендә ауылға дәрт һәм ҡот өҫтәне, туған-тыумаса, ауылдаштар күреште, аралашты, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышты. Тыуған төйәк менән бәйләнештәр бер ҡасан да өҙөлмәһен!
А.Салауатов.