Ғаилә йылы
16 Июля , 06:20

Пар аҡҡоштай ғүмер итәләр

Бында дүрт йыл эшләгәндән һуң, Байсыуаҡовтар Баймаҡ ҡалаһында төпләнергә ҡарар итә. Ғаилә башлығы Баймаҡ машиналар эшләү заводында хеҙмәт юлын дауам итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Булат Абдулла улы тапшырылған һәр эшкә яуаплы ҡарауы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙана, ҙур хөрмәткә лайыҡ була. Намыҫлы хеҙмәте СССР-ҙың Төҫлө металлургия министрлығының, республиканың һәм райондың, заводтың күп һанлы Почет грамоталары менән баһалана, уға “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшырыла. Вәсимә Ғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар Баймаҡ мәктәп-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ул үҙен алдынғы ҡарашлы, киң эрудициялы педагог итеп таныта. Уның уҡыусылары бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәй, яратҡан уҡытыусыларының юлын дауам иткәндәр ҙә күп.

Пар аҡҡоштай ғүмер итәләрПар аҡҡоштай ғүмер итәләр
Пар аҡҡоштай ғүмер итәләр

Оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоноп,

Пар аҡҡоштай ғүмер итәһегеҙ.

Ауыр саҡта һынмаҫ терәк булып,

Ғүмер һуҡтарын һүтәһегеҙ.

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Вәсимә һәм Булат Байсыуаҡовтарҙы намыҫлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән, районда хаҡлы абруй ҡаҙанған һоҡланғыс ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. Уларҙың пар аҡҡоштар кеүек иңгә-иң терәшеп тормош һуҡмағына үтеүҙәренә лә тиҙҙән 50 йыл тула. Ошо арала күпме һыуҙар аҡҡан, күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар, хәсрәттәр, мәшәҡәттәр осрағандыр улар алдында, әммә был уңған пар барыһын да лайыҡлы үткән, заман һынауҙары алдында бер ҙә ҡаушап ҡалмаған.

Ғаилә башлығы Булат Абдулла улы Ейәнсура районының Буранғол ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Нуриман районындағы урмансылыҡ училищеһына уҡырға инә. Тейешле һөнәр алып сыҡҡас, Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн әрмегә юллана. Унан ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы технологик техникумда уҡый, бер үк ваҡытта заводта эшләп тә йөрөй.

Тап ошо ҡалала ул үҙенең ғүмерлек йәрен – Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы һылыуы Вәсимә Ямантаева менән таныша. Вәсимә Ғәле ҡыҙының ул ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡып йөрөгән мәле була. 1977 йылда йәштәр ғаилә ҡора һәм шул йылда Баймаҡ районына эшкә ҡайта. Уларҙы эшкә Төркмән ауылына йүнәлтәләр. Булат Абдулла улы “Ирәндек” совхозының үҙәк ремонт оҫтаханаһына электромеханик булып эшкә урынлаша, ә Вәсимә Ғәле ҡыҙы урындағы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

Бында дүрт йыл эшләгәндән һуң, Байсыуаҡовтар Баймаҡ ҡалаһында төпләнергә ҡарар итә. Ғаилә башлығы Баймаҡ машиналар эшләү заводында хеҙмәт юлын дауам итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Булат Абдулла улы тапшырылған һәр эшкә яуаплы ҡарауы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙана, ҙур хөрмәткә лайыҡ була. Намыҫлы хеҙмәте СССР-ҙың Төҫлө металлургия министрлығының, республиканың һәм райондың, заводтың күп һанлы Почет грамоталары менән баһалана, уға “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшырыла.

Вәсимә Ғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар Баймаҡ мәктәп-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ул үҙен алдынғы ҡарашлы, киң эрудициялы педагог итеп таныта. Уның уҡыусылары бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәй, яратҡан уҡытыусыларының юлын дауам иткәндәр ҙә күп.

Егерме йыл ошонда эшләгәндән һуң, ул Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында хеҙмәт юлын дауам итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Бында Вәсимә Ғәле ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен уңышлы етәкләй, уның уҡыусылары районыбыҙ данын республика кимәлендә таныта.

Төбәктең мәғариф өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн В.Ғ. Ямантаева 1993 йылда “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” билдәһенә, 2003 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Һоҡланғыс ғаилә үҙҙәре кеүек уңған һәм алдынғы ҡарашлы ике ул үҫтерә, уларға юғары белем алырға ярҙам итә. Бөгөн инде Байсыуаҡовтар һигеҙ ейән-ейәнсәр һөйөп кинәнә. Күптән инде дин юлын үҙ иткән, балаларын да ошондай рухта тәрбиәләп үҫтергән улар. Ғаилә башлығы изге ғәмәл – хаж да ҡылып ҡайтты.

Ошо көндәрҙә Булат Абдулла улы Байсыуаҡов үҙенең ғүмер байрамын – 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Уға теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ, юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

Автор:
Читайте нас