Ғаилә йылы
6 Июля , 09:35

Баймаҡ тауҙарында

Ә бына балалар бергилке һәпте-үк булғас, минең далан асылды, бәшмәге, миләш-баланы тоҡлап йыйылды, еләк-емеште әйтеп тораһы ла юҡ. Тәүҙәрәк иптәшкә йөрөргә ике ҡыҙ тиң ҙурайһа, мәлендәрәк улым менән ейәнсәр бер тирә үҫтеләр. Бүреһен олоттоҡ урмандың, үкенескә ҡалманы, шуныһы ҡыҙыҡ, икенсе йылына ҡунаҡ килһә өҫтәлгә ҡуйырлыҡ бит-йөҙлөк кенә ҡала ине, барыһын да ашап бөттөк микән тип уйлайым хәҙер, хәйер, күстәнәскә лә шул урман ризығы ҡушыла ине. Өҙөккә ялғау булһын тип етмешәр өс литрлыҡ банка менән бәшмәк тә тоҙлап һатыр инем, баҙарға алып килеп кейемгә, аҙыҡ-түлеккә алыштырған саҡтар булды.

Баймаҡ тауҙарындаБаймаҡ тауҙарында
Баймаҡ тауҙарында

Баймаҡ тауҙарында, тәбиғәттә...

.     Үәәәййй... Әүәлдән яҙ-йәйҙәрен урман-ҡырҙарҙы айҡап йөрөргә яраттым. Бала саҡта апайҙарға эйәреп, ҡалмаҡтарҙың силос соҡоро янына ҡуҙалаҡ, ҡаҡы йыйырға сыҡһаҡ, йәй еләк, бөлдөргән йыйыр инек. Аҙаҡтан муйыл бешә, уны йәйеп таҙартып, бер төн төнәтеп ашаһаң, тәмлелегееее... Телеңде йоторлоҡ...
.  Кейәүгә сыҡҡас бергилке урманға һунар туҡтап торҙо, ят ер-һыу, балалар бәләкәй, уларҙы себен-серәкәй йонсотмаһын тигәнмендер инде, урманда улары болоттай мыжғып торалар.
.   Ә бына балалар бергилке һәпте-үк булғас, минең далан асылды, бәшмәге, миләш-баланы тоҡлап йыйылды, еләк-емеште әйтеп тораһы ла юҡ. Тәүҙәрәк иптәшкә йөрөргә ике ҡыҙ тиң ҙурайһа, мәлендәрәк улым менән ейәнсәр бер тирә үҫтеләр. Бүреһен олоттоҡ урмандың, үкенескә ҡалманы, шуныһы ҡыҙыҡ, икенсе йылына ҡунаҡ килһә өҫтәлгә ҡуйырлыҡ бит-йөҙлөк кенә ҡала ине, барыһын да ашап бөттөк микән тип уйлайым хәҙер, хәйер, күстәнәскә лә шул урман ризығы ҡушыла ине. Өҙөккә ялғау булһын тип етмешәр өс литрлыҡ банка менән бәшмәк тә тоҙлап һатыр инем, баҙарға алып килеп кейемгә, аҙыҡ-түлеккә алыштырған саҡтар булды.
.   Алағар ваҡытынан Ташлы ҡаяға, (Каменныйға) йыуаға сығырға яраттым, быныһы булды улым ҙурайыңҡырағас, унан алда алыҫ ергә ҡыҙҙарҙы атаһы барһа ғына алып йөрөргә йөрьәт иттем. Ә улым бәләкәй булһа ла мине үҙе һөйрәй торғайны, тәүҙәрәк йәйәү, һуңыраҡ ҡулы матай рулен борғоларға эшкингәс, аяғы  подножкаһына етмәһә лә, һуҙылып-тартылып, бары юлда  елдереп-дырылдап бер матайҙа үтер өсөн урманға әйҙәне. Еләк-емеш ҡыҙыҡһындырмағандыр, тик эргәһендә мин булһынға, атай рөхсәтен алыу өсөн тырышҡандыр, юғиһә юл өҙәрем, тау юлы хәүефле, соҡор-саҡыр.
.   Ауылдан киткәс, өй төҙөгән мәлдәребеҙҙә, тағы янымда әйҙүкләп торған улым да булмағас, тауҙарға һунар һүлпәнәйеп ҡалды.
.   Ниңәлер электән мине тауҙар үҙенә тартты, ауылда, таулы урмандар шаңдауын яңғыратҡан, мөһабәт тауҙарҙа үҫкән ҡарағай урмандарына өҫтән аҫҡа ҡарарға мөмкинлек биргән Ҡаҡ түбә (Лысая гора) тауы үҙенә ылыҡтырҙы; Ташлы ҡаяға (Каменная скалаға)яҙ йыуа  йыйырға ғына йөрөһәк, бында бәшмәклек, йәй, көҙ уның юлын таҡырайттыҡ әйтәгүр.
.  Яҙҙарын Күркәтау тауҙарында ағас үҫентеләре ултыртып арҡырыһын-буйға гиҙҙек, эшен дә, ашын да бирҙе; кәрәккәндә ҡарыш буйы мүген йолҡорға йөрөнөк.
.  Баймаҡтың тирә-яғы ла тауҙар менән уратып алынған, тик урманы ҡайтыш, күпкә, бик күпкә ҡайтыш, үҫтерелгән урман ысын урманға етмәй; ә йән элеккене һағына, күңел ҡарурманды эҙләй. Бына һағыштарға түҙмәй, вышка тауына менеп тирә-яҡты ҡараным, бар тауышыма ҡысҡырып, күкрәк киреп, тауҙар йырын һуҙып йырлай алмаһам да, арыуыҡҡа һыуһыным баҫылғандай булды. Кәр тигәнең дә китәлер, арып-талып, тышылдап барып мендем. Мине машинала йөрөү ҡыҙыҡтырмай, йәйәү йөрөгөм килә, бейеклеккә артылыу үҙе йәнгә рәхәтлек, тәнгә көс бирә. Бейектән тирә-яғыңа ҡарап тороуҙан кинәнес алаһың, бына Аллаға шөкөр, быйыл ошо бейеклеккә менә алдым, үҙ аяғымда мендем, асыҡ  күрмәһәм дә күҙлек менән күҙҙәрем тирә-яҡты күрә, ҡолаҡ аппараты менән булһа ла, ҡоштар һайрауын, япраҡтар серләшеүен, елдәрҙең сәләмен ишетәм, ошонан башҡа кешегә тағы ниндәй ҡыуаныс кәрәк, бәхет үҙе ошо түгелме ней; бары аяҙ күк, илдә тыныслыҡ, һуғыштан балаларыбыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуы ғына кәрәк, тиҙерәк һуғыштар бөтһөн, татыусылыҡ булһын.
.   Бар ҡыйынлыҡтар ҙа үтә ул, барыһы ла ваҡытлыса, бары һаулыҡтарҙан ғына айырмаһын Раббыбыҙ.
Гөлдәр әбей.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас