Ғаилә йылы
3 Июля , 07:10

Ғаилә йылында Рәсүлевтар осрашты

Рәсәйҙә иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғәилә йылы сиктәрендә 2-се Төркмән ауылында ифрат күркәм һәм тулҡынландырғыс ваҡиға үтте — Рәсүлевтар нәҫеле вәкилдәре бергә йыйылды

Ғаилә йылында Рәсүлевтар осраштыҒаилә йылында Рәсүлевтар осрашты
Ғаилә йылында Рәсүлевтар осрашты

Нәҫел тамырҙары — халҡым ҡөҙрәте: Ғәилә йылында Рәсүлевтар осрашты!!!

Ғәилә — кеше тормышындағы иң изге төшөнсә, ә туғанлыҡ — беҙҙең йәшәү көсөбөҙ. Рәсәйҙә иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғәилә йылы сиктәрендә 2-се Төркмән ауылында ифрат күркәм һәм тулҡынландырғыс ваҡиға үтте — Рәсүлевтар нәҫеле вәкилдәре бергә йыйылды! 

Алыҫтан һәм яҡындан, төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан ҡайтҡан туғандар бер-береһен ҡосаҡлап сәләмләне, йылы аралашты. Был осрашыу тик һөйләшеүҙән генә торманы, ә ысын мәғәнәһендә Шәжәрә байрамына әйләнде.Рәсүлевтар нәҫеленең берҙәмлеге, бер-береһенә булған ихтирамы — бөгөнгө йәш быуын өсөн оло өлгө. Ғәилә йылы ошондай изге туғанлыҡ ептәрен тағы ла нығытһын, нәҫел ағасығыҙҙың япраҡтары һәр саҡ йәшел, тамырҙары ныҡ булһын!

Ғаилә йылында Рәсүлевтар осрашты
Ғаилә йылында Рәсүлевтар осрашты
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас