

Әсәйем һуғыштан һуңғы ауыр булған 1946 йылда Бөрйәнйылға ауылында икенсе бала булып Теләүсин Мөхәмәт Хөснөтдин улының ишле ғаиләһендә тыуған. Бала сағы ауыр ваҡытҡа тура килә. Аслыҡты ла, етешһеҙлекте лә әҙ күрмәй. Күрше ауылда – Ишбирҙелә Мәхмүзә өләсәһендә йәшәп уҡый. Ял көндәре ата-әсәһе янына ашыға. Бында ул әсәһенә бәләкәй туғандарын ҡарашырға ярҙам итә. Шулай уҡ йорт эштәрендә лә ярҙам итергә тырыша. Атаһы һуғыштан аяғын юғалтып ҡайта. Шуға ҡарамаҫтан, ғаиләһе менән бергә бесәнгә йөрөй, ирегеттәргә тәғәйен булған бар эштәрҙе үҙе башҡара. Өлкән балалары, әлбиттә, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышалар. Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ ҙә йәйге каникул ваҡытында яҡындарына алһыҙ-ялһыҙ ярҙам итә. Уҡыуында ла һынатмай, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ҡулына аттестат алғас, Сибай ҡалаһында яңы ғына асылған педагогия училищеһына уҡырға инә.
Уны уңышлы тамамлап, тыуған ауылы Бөрйәнйылғаға ҡайта. Бында ул хеҙмәт юлын башлап ебәрә. 1968 йылда ғүмерлек тормош иптәше – атайыбыҙ Уйылданов Мөхтәр Рәсүл улын осратып, ғаилә ҡора. Йәштәр ғаилә тормошо менән Өфө ҡалаһында йәшәй башлай. Әсәйебеҙ баш ҡалала урынлашҡан балалар йортонда үҙ һөнәре буйынса эшләүен дауам итә. Тиҙҙән йәш ғаиләнең донъяһына ҡот һәм йәм өҫтәп ике ҡыҙ балалары донъяға килә. Ике ҡыҙсығын да улар һөйөптәрбиәләп үҫтерә, белем бирәләр. Әсәйебеҙ ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килгәс, уларҙы ла тәрбиәләшергә ярҙам итте. Ҡыҙғанысҡа, ҡәҙерлемә бала ҡайғыһын кисерергә лә тура килде. Апайым Гүзәл пандемия осоронда ҡапыл ғына вафат булды. Әсәйебеҙ Сәғирә Мөхәмәт ҡыҙы хеҙмәткә бағышланған ғүмерендә төрлө вазифаларҙа, төрлө ойошмаларҙа эшләп, 62 йәшендә хаҡлы ялға сыҡты.
Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ғүмере буйы баҡса үҫтерҙе. Һәр ваҡыт өйөндә таҙалыҡ, бөхтәлек һәм тәртип хөкөм һөрә, донъяһынан ҡот бөркөп тора. Әле лә ул хәленән килгәнсә йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә тырыша. Ҡәҙерлебеҙ диндә. Ғәрәп телен һәм яҙмаһын өйрәнде. Ваҡытында намаҙын, Ҡөрьән уҡый, мәсеткә йөрөй.
Әсәй, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәктаяныс булыуҙан килә. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо сыуаҡ, яҡты көндәр генә биҙәһен!
Ҡояш нуры ерҙә балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Һинең тормош юлың – матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын йөрәктән.
Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ!
Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле, әгәр эргәбеҙҙә
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Һиңә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән – туғандарың һәм яҡындарың исеменән ҡыҙың Айгөл.