Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
10 Июня , 12:40

Мерәҫтең уңған ғаиләһе

Мерәҫ районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе булып һанала. Ауыл күркәм булғас, кешеләре лә һоҡланғыс уның. Ғаиләләр матур, эшһөйәр булыуы менән айырыла. Шундай парҙарҙың береһе – Мәзүнә һәм Марс Дауытбаевтар.

Мерәҫтең уңған ғаиләһеМерәҫтең уңған ғаиләһе
Мерәҫтең уңған ғаиләһе

Мерәҫ районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе булып һанала. Ауыл күркәм булғас, кешеләре лә һоҡланғыс уның. Ғаиләләр матур, эшһөйәр булыуы менән айырыла.

Шундай парҙарҙың береһе – Мәзүнә һәм Марс Дауытбаевтар. Ғаилә башлығы Марс Яхъя улы Мерәҫ ауылында 1962 йылда донъяға килә. Урындағы мәктәпте тамамлағас механизатор, һуңынан төҙөүсе һөнәренә уҡый. Баймаҡ һөнәрселек училищеһы диплромын алғас, Ватан алдындағы бурысын үтәп, ике йыл әрмелә була. Артабан ул ғүмерлек мөхәббәтен осрата. Баймаҡ ҡалаһы һылыуының исеме Мәзүнә була. 1984 йылда йәштәр ғаилә ҡора.

Мәзүнә Әбделхәй ҡыҙы 1963 йылда тыуған. Һөнәре буйынса бухгалтер. Улар Марс Яхъя улы менән 4 малайға ғүмер биргәндәр. Балалары күптән матур итеп үҙ аллы тормош көтә. Өлкән улдары Илдус Өфө ҡалаһында йәшәй, ғаиләһендә ике ул үҫә. Фәнүр агросәнәғәт колледжын тамамлай, әрмелә барып ҡайта, өйләнә. Ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны ҡапыл үлеп ҡала. Өсөнсө улдары Айнур Сибайҙағы юғары уҡыу йортон тамамлап, һөнәре буйынса эшләй. Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Дүртенсе улдары Ильяс та бар яҡтан килгән. “Урал батыр” эпосын ятлап Гран-при алды. Ул бейеүсе лә, нәфис һүҙ оҫтаһы ла. Мәктәп уҡыусыһы булғанда мин китапханала үткәргән бар сараларҙа әүҙем ҡатнашты, уға бик рәхмәтлемен. Илъяс БДУ-ны тамамлап һөнәре буйынса эшләй, өйләнгән.

Бына шундай һәләтле балалар үҫтергән Дауытбаевтар. Мәзүнә апай менән Марс ағай үҙҙәре шул тиклем эшһөйәрҙәр, һарайҙары тулы мал-тыуар, баҡсала емеш-еләк емерелеп уңа, урамдары гөл-сәскә менән ҡапланған.

Марс Яхъя улы бик оҫта, ҡулы бар эштәрҙе белә, шулай уҡ концерттарҙа әүҙем ҡатнаша, йырлай, бейей. Мәзүнә Әбделхәй ҡыҙы оҫта хужабикә, өйҙәрендә ҡот уйнап тора. Был ғаиләнең йортона юҡҡа ғына “Өлгөлө ғаилә” алтаҡтаһы ҡуйылмаған. Улар ысынлап та бар яҡтан да үрнәк булып тора. 41 йыл иңгә-иң терәшеп, татыу йәшәгән Дауытбаевтарға артабан да тик бәхет теләйем!

Дилбәр ХОҘАЙБИРҘИНА.

Мерәҫ ауылы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас