

Әхирәтебеҙ, класташыбыҙ Хәсәнова (Йомағужина) Әлиә Зәкир ҡыҙының фажиғәле рәүештә арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл да булып китте. Әммә уның юҡлығына күңел һис тә ышанмай...
Ғаиләһе, әсәһе, туғандары өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә оло юғалтыу булды был. Изге күңелле, эскерһеҙ, эшһөйәр, оҫта телле Әлиәбеҙ беҙҙең, класташтары өсөн маяҡ кеүек ине. Ул үҙе тураһында тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, бер ҡасан да кешегә яман һүҙ әйтмәне, уның йөҙөнән йылмайыу китмәне. Ул ижад иткән шиғырҙар әле лә беҙҙең күңелдәрҙе йылытып, тап шул бергә булған мәлдәргә алып ҡайтҡандай була.
Баймаҡ лицей-интернатын гел «5»-ле билдәләренә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инде. Бында ла ул тик алдынғылар рәтендә йөрөнө. Ошолай шаулап, барыбыҙға ла өлгө күрһәтеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Тик тормош ҡанундары аяуһыҙ шул. Әлиәбеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә, урыны ожмах түрендә булһын.
Класташтары, дуҫтары исеменән – әхирәттәре Зөһрә, Альбина, Мәүлиҙә.
Класташтарыма
Ябай кәштәмдең түрендә
Урын алған ғәзиз әйберем.
Класташтарым менән төшкән
Иң ҡәҙерле фотоһүрәтем.
Һәр көн һайын иртә-кисен,
Үткән-сүткән саҡта янынан.
Күҙәтә кеүек бөтәһе,
Күҙ ҙә йоммай минең артымдан.
Ә үҙҙәре гелән шаттар,
Мине һағайтмаҫҡа иткәндәй.
Беҙҙән йыраҡта ла үҙе
Һис тә борсолмаһын тигәндәй.
Эй, класташтар, һеҙ бар саҡта
Моңаямы инде был йөрәк?!
Тик ниңә һуң юғалыштыҡ,
Осрашырға ине тиҙерәк.
...Йәнә барлап һәммәгеҙҙе
Мин һүрәтте ҡыҫам күкрәккә.
Яҙған булһа, күрешербеҙ
"Амин" тура килһен теләккә.
Ә һүрәтемде ҡәҙерләп,
Ҡуям урынына, иң өҫкә.
19.06.2012 й.
Интернатым
Күңелдәргә мәңге яҡын булыр,
Мәңге ғәзиз, изге ерҙәр бар.
Интернатым, һинең усағыңда
Мәңге һүнмәҫ яҡты нурҙар бар.
Мең балҡышлы нурлы ҡосағыңда
Ауырлыҡтар бер ҙә күрмәнем.
Шуға күрә һине ожмахтарға
Һәм Мәккәгә генә тиңләнем.
Ожмахтарға һәр кем инә алмай,
Мәккәгә лә бара булһа яҙмышы.
Интернат – ул өлөшө бәхетленең,
Ҡотло йәндең – ҡотло булмышы.
Бәхетлемен дә мин, ғорурмын да,
Интернатым күңелем түрендә.
Дан йырҙарым һиңә бағышлайым
Рәхмәттәрем һәр бер һүҙемдә.
29.10.2012 й.
Әхирәтемә
Иңдәремде терәп һинең иңгә,
Иркәләнеп кенә ирәйәм.
Бар донъяһы йөҙөн борған саҡта
Күҙҙәреңдә һинең табам йәм.
Ҡулдарымды алһаң ҡулдарыңа
Яҡын итеп, эй, мин йәнләнәм.
Барсаһынан ағыу сәселгәндә,
Һүҙҙәреңдә һинең баллы тәм.
Аяуһыҙ ҙа тормош юлдарында,
Арҡа ҡуйғас минең арҡама.
Мин көслө лә, мин көсһөҙ ҙә булам,
Тик һин булғас, һинең арҡала.
07.04.2019 й.