Ғаилә йылы
20 Мая , 07:15

Юбилейың мөбәрәк булһын, ир-уҙаман!

Ошо көндәрҙә Мерәҫ ауылында тыуып, шунда уҡ ғүмер кисергән класташыбыҙ Байрамғолов Рафаэль Бәҙретдин улы үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. 

Рафаэль Бәҙретдин улы ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Ауыл балалары бәләкәйҙән үк ата-әсәләренә ярҙам итеп, йортҡурала төрлө  эштәрҙе атҡарып, хеҙмәткә өйрәнеп үҫә. Ата-әсәһе башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, әҙәпкә һөйөү тәрбиәләйҙәр. Рафаэль үҫмер  сағынан уҡ яҙҙарын сәсеүҙә, йәйҙәрен бесәндә, көҙҙәрен ырҙында эшләй. Ул ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлап, Баймаҡтың 1-се мәктәбенә 5-се “Б”  класына уҡырға бара. 

Бында ҡаланың эшсе һәм яҡынтирәләге ауылдарҙан йөрөп уҡыған балалар йыйылғайны. Ауыл балалары ел-ямғырға, буранға ҡарамайса йәйәү йөрөрҙәр  ине. Ҡыштарын бер аҙналыҡ ризығын күтәреп килеп, ятаҡта йәшәнеләр. Әммә, нисек кенә ауыр булмаһын, был осорҙо беҙҙең барыбыҙ ҙа һағынып иҫкә  алабыҙ, класташтар менән әллә күпме тиҫтәләп йылдар үтһә лә, осрашып торабыҙ, уҡытыусыларыбыҙҙы һағынып хәтерләйбеҙ. Мәктәпте тамамлағанға  тиклем беҙҙең класс етәксеһе, яратҡан уҡытыусыбыҙ Риза Әсхәт улы булды. Ул беҙгә лайыҡлы белем биреү өсөн күп көс һалды. Химия уҡытыусыһы Флүрә  Мөхәмәт ҡыҙын, рус теле уҡытыусыһы Гөлнур Усман ҡыҙын, тарих уҡытыусыһы Айрат Карам улын, физика уҡытыусыһы Фәрит Бәхти улын, башҡорт теле уҡытыусыһы Фәтхиә Латип ҡыҙын, физика уҡытыусыһы Сәхи Исмәғил улын, беҙҙе хеҙмәткә һәм бейеүгә өйрәткән уҡытыусыбыҙ Фитрат ағайҙы бер ваҡытта  ла онотмайбыҙ. 

Рафаэль мәктәптә тырыш уҡыусы, класташтары менән яҡшы мөнәсәбәттә булды, спортты үҙ итте. Мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл колхозда эшләп алды.  Унан, 1968-1970 йылдарҙа, Совет армияһы сафында Ватан алдындағы бурысын үтәне. Тыуған яҡтарына ҡайтып төшкәс, Баймаҡ ауыл хужалығы  техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштерҙе. Тиҙҙән йәш белгес Мерәҫтә хеҙмәт юлын дауам итте. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡортостан ауыл  хужалығы институтын тамамланы. 

Юғары белемле белгес йүнәлтмә буйынса “Йылайыр” совхозына баш зоотехник итеп эшкә ебәрелде. Был эшендә ул үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ күрһәтә  алыуға өлгәште. 90-сы йылдарҙа Рафаэль Бәҙретдин улын “Таналыҡ” колхозы рәйесе итеп һайланылар. Эшен яҡшы белгән хужалыҡ етәксеһе кимәленә  тиклем күтәрелде. Быларҙың барыһы ла эшен яратып башҡарыуҙан, тырыш, оҫта ойоштороусы булыуҙан килә. Ул урындағы етәкселәр, белгестәр һәм  колхозсылар менән уртаҡ тел табып, сәмләнеп эшләне.  “Таналыҡ” колхозы бар күрһәткестәр буйынса һәр ваҡыт район хужалыҡтарына өлгө булып тора.  Ошо тынғыһыҙ эштә Рафаэль Бәҙретдин улы 14 йыл эшләне. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рафаэль Бәҙретдин улы III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән баһаланды. Малсылыҡ өлкәһендә күрһәткән тырыш хеҙмәте өсөн бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары  менән бүләкләнде. Һәр ваҡыт ауыл, район советтарына депутат итеп һайланды. Ауыл биләмәһе башлығы булараҡ та халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы. Ауылға газ үткәрелде. 2007 йылда республикала ойошторолған “Иң яҡшы ауыл” конкурсында ҡатнашып, еңеп сыҡтылар һәм урамдарға асфальт түшәтә алдылар. 

Рафаэль Бәҙретдин улы һөйөклө хәләл ефете Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр.Балаларына лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп,  шаулатып туйҙар үткәреп, оло тормош юлына оҙаттылар. Әле был балаларҙың барыһы ла үҙ тормошо менән йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөлфирә ахирәткә күсте, урыны йәннәттә булһын.  Ил уҙаманы Рафаэль Бәҙретдин улы үҙенең 40 йыл хеҙмәтен тыуған төйәгенә бағышланы. Ул әле лә ҡул ҡаушырып тик ултырмай, иманлы, тулы тормош менән йәшәй. Беҙ Рафаэль ҡорҙашыбыҙҙыюбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.  Һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың  шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе генә һүтеп тәгәрәһен. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, балаларыңдың йәм ейәндәреңдеңизгелеген күреп, имен тормошта бәхетле йәшәргә насип итһен. 

Бөгөн күркәм ғүмер тантанаһы –
Яҙмыш билдә ҡуя үткәнгә.
Тыуған көндәр менән шатлыҡ,
бәхет,Ҡабатланып килә көткәнгә.
Юбилейҙа һәр кем хәтер менән
Һүтеп урай уйҙар йомғағын.
Тулы булһын һөйөнөстәр менән,
Киләсәккә илтер ғүмер йылдары. 

Иң изге теләктәр менән – 1968 йылда 1-се мәктәпте тамамлаусы 10-сы “Б” класы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас