Ғаилә йылы
6 Мая , 07:00

Йәшә һин мәңгелек нур булып!

Бәхтигәрәй ауылында тыуып үҫеп, әле Мерәҫ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Шафиҡова Фәйрүзә Мирза ҡыҙы ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләй. 

Һөйөклөбөҙҙө ошо уңайҙан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Әсәйебеҙ 1956 йылдың 10 майында Бәхтигәрәй ауылында донъяға килгән. Уның бар ғүмере,  хеҙмәт һәм тормош юлы ауыл хужалығы менән бәйле. Бик иртә, 14 йәшенән генә, “Таналыҡ” колхозында һауынсы булып хеҙмәт юлын башлап, һайлаған һөнәренә 40 йыллап тоғро ҡалды. 

Ауыл хужалығындағы күп йыллыҡ емешле хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Малсылыҡ тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн 1976 йылда “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, 1978 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләре, 2004 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә, 2018 йылда “Башҡортостандың 100 йыллығы” юбилей миҙалына, шулай уҡ күп һанлы Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Етәкселек тә, хеҙмәттәштәре лә үҙен хөрмәтләне, ихтирам итте. 

Ҡәҙерлебеҙ шәхси тормошонан да уңды. Йәшлек йылдарында Мерәҫ ауылы егете Шафиҡов Фәхрислам Ғәрифулла улы менән күптәргә өлгө булырлыҡ  матур ғаилә ҡорҙо. Һөйөклөләребеҙ ике ул һәм ике ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙаттылар. Әсәй, һин наҙлы,  хәстәрлекле, яғымлы ла, ә кәрәк саҡта талапсан да була белдең. Шулай уҡ һәр саҡ тура һүҙле, ғәҙел, киң күңелле, оло йөрәкле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл  булып ҡалдың. Ҡәҙерлебеҙ, алдағы тормошоңда ла һынауҙарға бирешмәйенсә, ауыр юлдарҙа баш эймәй, донъянан йәм табып, шатлыҡҡыуаныста, оҙон-оҙаҡ һаулыҡта, муллыҡта, күңел тыныслығында йылы усағыбыҙ булып, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, яҡындарың менән бәрәкәтле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. 

Бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп, 
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә-хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар. 

Иң изге теләктәр менән – ҡыҙҙарың Әлиә, Гөлиә, улың Фәнүр, кейәүҙәрең Рәил, Рәфис, киленең Зөлиә, ейән-йәнсәрҙәрең Камилла, Батырхан, Айсулпан, Данияр, Эльвина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас