Ғаилә йылы
6 Мая , 04:10

Моңло тауышы ҡолаҡта әле сыңлай...

Һәр кеше үҙенән һуң онотолмаҫ юл ҡалдыра. Атлап килеше, йылмайыуы, моңло итеп йырлауы, дәртле баҫып бейеүе, ҡыланыштары уның исемен әйтеү менән күҙ алдына килеп баҫа. Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған улым, ҡустыбыҙ, ағайыбыҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ Ибраһимов Рәсүл Рамаҙан улы ла тап шундайҙарҙың береһе булды. Уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә ошо көндәрҙә 40 көн була. Әммә уның юҡлығына күңел ышанмай. Ваҡыт – дауа, тиҙәр, әммә  көндәр үткән һайын йөрәк нығыраҡ һыҡтай, әрнеп һулҡылдай. Бынабына телефондан шылтыратыр ҙа, шарҡылдап көлөп ебәрер төҫлө тойола... 

Рәсүл Рамаҙан улы 1979 йылдың 10 февралендә Әбделкәрим ауылында Рәйсә Хәйрулла ҡыҙы һәм Рамаҙан Исмәғил улы Ибраһимовтар ғаиләһендә 3-сө  бала булып донъяға килде. Мәктәп йәшенә еткән Рәсүл 1-се класҡа уҡырға Таулыҡай мәктәбенә барҙы. Был мәлдә Ибраһимовтар ғаиләһе Таулыҡай  ауылында йәшәй ине. Урта кластарҙы Сыңғыҙ мәктәбендә уҡыны. 8-се класҡа еткәс, ул Баймаҡ лицейинтернатына юлланды. Бында ул профилле белем  алып ҡына ҡалманы, үҙенең музыкаль һәләтен дә асты. Тап ошо йылдарҙа ул тәүге тапҡыр мәктәп сәхнәһенә сыҡты, концерттарҙа моңло итеп йырлай башланы. Интернатташтарының, класташтарының көслө алҡыштары Рәсүлебеҙҙең иңдәренә ҡанат өҫтәне. 

Рәсүл Рамаҙан улы һөнәри белемде Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында алды. Бында ул “Математика-система программисы” һөнәрен  үҙләштерҙе. Хеҙмәт юлын уҡып йөрөгән саҡта  уҡ “Сибай” совхозында программист булып башланы. 2005 йылда тәжрибәле белгес “Башкирэнерго” ойошмаһының Баймаҡ филиалына инженер булып эшкә килде. Яҡыныбыҙ шәхси тормошонан да уңды. Тормош юлдашы, киленебеҙ,  еңгәйебеҙ Лена Аллабирҙе ҡыҙы менән улар ике улға ғүмер бүләк иттеләр. Әле өлкән улдары Динислам 8-се класта уҡып йөрөһә, кинйәләренә ни бары 4  кенә йәш. Алдына маҡсаттар, яңы пландар ҡороп дәртләнеп йәшәне. Яҡыныбыҙҙың беҙҙең аранан ҡапыл ғына китеүе аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды.  Уның юҡлығына күңел ышанмай, хәҙер генә ҡайтып инер һымаҡ тойола. Ваҡыт үткән һайын һағыныу хисе көсәйә генә. Яҡыныбыҙҙы иҫкә алмаған  көн юҡ. Ул оло йөрәкле, изге күңелле, эшлекле, ярҙамсыл, тыныс, сабыр холоҡло, туған йәнле булды. Барыһын да ҡайғыртып, хәстәрләп йәшәне. Ғәзиз  кешебеҙҙе тик һағынып һөйләргә генә ҡалды. 

Ауыр ваҡытта яныбыҙҙа булған, хөрмәт итеп һуңғы юлға оҙатырға ярҙам иткән туғандарға, күршеләргә, Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәтенә, уның  башлығы Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улына, Рәжәпов Булат Рәжәп улына, Туйсин Фәнил Барый улына, Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһының Белорет электр селтәрҙәре производство бүлексәһе, “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә, Сибай суд приставтарына, Сибай ҡалаһы Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 8-се “В” класы етәксеһе һәмата- әсәләренә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә, ауылдаштарға, дуҫтарына, класташтарына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. 

Уны белгәндәр беҙҙең менән бергә тик йылы һүҙҙәр һәм яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алһындар ине. Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәннәттә, мәңгелек йоҡоһо  тыныс, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты һәм нурлы булһын. 

Көтмәгәндә киттең дә юғалдың, 
Барыбыҙҙы һалып ҡайғыға.
Ышанғы ла килмәй юҡлығыңа,
Киттең арабыҙҙан мәңгегә.
Аҡҡан һыуҙар кире аҡмағандай,
Ҡайтарып та булмай үҙеңде.
Тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ беҙҙең,
Онотмабыҙ мәңге үҙеңде. 

 Әсәһе, тормош юлдашы, ағалары, һеңлеләре, балалары. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас