Ғаилә йылы
6 Мая , 07:05

Беҙҙең оло терәгебеҙ

Кеше ғүмерен аҡҡан һыу менән тиңләйҙәр. Бормаланып аҡҡан йылғалай тормошта ла төрлө артылыштар, һәүетемсә генә барған һил ваҡыттар, ажарланған ағымдай тынысһыҙ осорҙар бар. Һәр ғүмер – айырым яҙмыш. Бар ғүмерен кешеләргә тик изгелек эшләгән, эргә-тирәһендәгеләргә яҡшылығы, йылы һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам иткән, дәртләндергән апайым хаҡында һүҙем.

Апайым Яманғолова Сәйҙә Фазылйән ҡыҙы 1946 йылдың майында Йылайыр районы Исҡужа  ауылында Сабира һәм Фазылйән Һөйөндөковтарҙың ишле  ғаиләһенә оло шатлыҡ булып донъяға килә. Атайыбыҙ Фазылйән Шәрип улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, яуҙаштары менән фашисты дөмөктөрөп, тыуған яғына яратҡан ҡатыны, ике улы эргәһенә имен ҡайтып, бер йылдан ҡыҙ бала тыуыуын оло бүләк итеп ҡабул итә. 

Артабан бер-бер артлы тыуған ҡусты-һеңлеләрен ҡарашыуҙа, һигеҙ бала араһында ҡыҙҙарҙан иң өлкәне булараҡ, әсәйемә бөтмәҫтөкәнмәҫ ҡатын-ҡыҙ  эшендә тәүге ярҙамсыһы, ике ағаһына терәк була. Бәләкәйҙән хәстәрлекле, тырыш булып үҫә. Уның барыбыҙға ла еткән йылы ҡарашын, күңел йылыһын  тойоп үҫтек. Апайым мәктәптә уҡыған сағында уҡ йәйге каникул мәлендә фермала эшләне, ишле ғаиләгә терәк булды. 1964 йылда Юлдыбай мәктәбен  тамамлағандан һуң, Хәйбулла районы Турат ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Ике йылдан Быҙаулыҡ мәктәбенә күсә, балаларға башҡорт һәм немец телдәренән белем бирә. Ошо уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортон ситтән тороп тамамлай, филолог һөнәрен ала. Яҙмыш елдәре апайымды Иглин  районына илтә, кейәүгә сыға, бында ла ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡала, уҡытыусы булып эшләй. Оло һынау булып, юл фажиғәһендә тормош иптәшенең  ғүмере өҙөлгәс, Сәйҙә Фазылйән ҡыҙы тыуған яғына ҡайтып, хеҙмәтюлын Ҡашҡар, унан Әбделкәрим ауылы мәктәптәрендә дауам итә. 

Ошо йылдарҙа тормош иптәше Ғәлимйән еҙнәйҙе осратып, йәштәр ғаилә ҡора, дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Апайыбыҙ кешеләргә ихтирамлы, иғтибарлы  булғанғамы, үҙен дә барыһы ла ярата. Ул ихлас, асыҡ күңелле, уның йөрәгендә һәр кемгә урын етә. Бөгөн ул хаҡлы ялда, гөрләтеп баҡса, сәскәләр  үҫтерә, бәйләргә, уҡырға ярата. Үҙе күптән дин юлында: Ҡөрьән уҡый,дини белемен камиллаштыра. Атаәсәйебеҙ урынына ҡалған миһырбанлы, киң  күңелле апайыбыҙға кәңәш тоторға йыш йөрөйбөҙ. Күңелгә ҡыйын булып торғанда, йәиһә тормош ҡуйған ниндәйҙер һорауҙарға яуап таба  алмағанда апайым янына барып, уның эргәһендә һөйләшеп ултырыу ҙа етә, барыһы ла урынына ултырып, һорауҙарыңа яуап табып ҡайтып китәһең. Ҡәҙерлебеҙҙең бөгөн ете ейән-ейәнсәре, бүләһе, бүләсәре бар. Ялдарҙа, байрамдарҙа янына ҡайтҡан балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы ала, тәмле  аштары менән һыйлай, һәр береһенә йылы һүҙен өләшә. Апайымдың тағыбер сифаты – бер ҡасан да, бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәй. Йортона килгән кешене  кире бороп сығармай, йомошон хәл итергә тырыша. 

Дин юлындағы иманлы, хәстәрлекле апайым ошо көндәрҙә 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләп,  оло рәхмәтемде белдерәм. Һәр саҡ яныбыҙҙа бул, апай. Күңел тыныслығында, ҡәҙер-хөрмәттә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. 

Хөснә Хәлитова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас