Ғаилә йылы
29 Апреля , 06:55

Сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ

Һөйөклө әсәкәйебеҙ! Һиңә күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат еткерәбеҙ. Беҙҙе уҡытып, кеше иттең, әле лә ярҙамыңдан ташламайһың.  Алыҫ юлдан ҡайтҡан саҡта атай менән бергәләшеп йылмайып  ҡаршы алыуығыҙҙы күрһәң, арыуҙы ла онотаһың. Ә өҫтәлеңдә һәр ваҡыт ҡайнар сәйең, тәмле-татлы аштарың көтөп тора беҙҙе. Ҡәҙерле тормош юлдашым, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Юланова Винера Ғәйфулла ҡыҙын 65 йәшлек күркәм  юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Яныбыҙҙа һин булғанға донъябыҙ йәмле һәм яҡты, күңелебеҙ наҙ менән тулы. Һин, һинең йәшәү рәүешең,  күркәм сифаттарың – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың,  бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн беҙ сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен.   

Яҙ айының йәмле бер көнөндә беҙҙең иң ҡәҙерле һәм һөйөклө кешебеҙ Юланова Винера Ғәйфулла ҡыҙы үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. 

Ҡәҙерлебеҙ 1961 йылдың 5 майында Бөрйән районының Тарауыл ауылында икенсе бала булып донъяға килә. Урта мәктәпте тик яҡшы билдәләр менән  тамамлаған ҡыҙ һөнәри белем алыу өсөн Өфө ҡалаһына юллана. Бында ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының роман-герман кафедраһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, юллама буйынса районыбыҙҙың Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) мәктәбенә немец теле уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Ауылға килгән  йәш уҡытыусы яҙмышын да тап ошонда осрата. Тиҙҙән атайыбыҙ менән әсәйебеҙ сәстәренсәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Йәш ғаиләнең донъяһына ҡот  өҫтәп, беҙ, өс бала, донъяға килгәнбеҙ. 

Әсәйебеҙ Винера Ғәйфулла ҡыҙы хеҙмәткә бағышланған ғүмерен балаларға немец һәм инглиз телдәренән белем биреп үткәрҙе. Эшендә ул һәр ваҡыт ихтирамға лайыҡ булды, йөкмәтелгән бурысын намыҫ менән, урын еренә еткереп башҡарҙы. Тырыш хеҙмәте һәр төрлө Почет грамоталары, Маҡтау  ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм уҡыусыларының уңыштары менән баһаланды. Әле ҡәҙерлебеҙ, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, өйҙә тик кенә ултырмай.  Ҡул эштәре менән шөғөлләнә: балаҫ һуға, ҡашмау, түшелдерек, мәрйендәр менән төрлө әйберҙәр эшләй, ейәндәрен тәрбиәләшә. Шулай уҡ ғәрәп телен  өйрәнде, Ҡөрьәнде матур итеп уҡып ултыра. Бынан тыш, ҡәҙерлебеҙ гөрләтеп баҡса ла үҫтерә. Уның сәскәләренән күҙ ҡамаша, йәшелсәемештәренән  ниндәй генә салаттар эшләмәй?! 

Һөйөклө әсәкәйебеҙ! Һиңә күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен ҡабат-ҡабат еткерәбеҙ. Беҙҙе уҡытып, кеше иттең, әле лә ярҙамыңдан ташламайһың.  Алыҫ юлдан ҡайтҡан саҡта атай менән бергәләшеп йылмайып  ҡаршы алыуығыҙҙы күрһәң, арыуҙы ла онотаһың. Ә өҫтәлеңдә һәр ваҡыт ҡайнар сәйең, тәмле-татлы аштарың көтөп тора беҙҙе. Ҡәҙерле тормош юлдашым, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Юланова Винера Ғәйфулла ҡыҙын 65 йәшлек күркәм  юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Яныбыҙҙа һин булғанға донъябыҙ йәмле һәм яҡты, күңелебеҙ наҙ менән тулы. Һин, һинең йәшәү рәүешең,  күркәм сифаттарың – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың,  бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн беҙ сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. 

Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың, 

Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Тыуған өйҙөң ишеген асып ингәс,
Ҡаршы алыр әл дә әсәй бар. 

Иң изге теләктәр менән – тормош иптәшең Илдар, балаларың Эльмира, Гөлсинә, Алмас, ейән-ейәнсәрҙәрең Эльнур, Батыр, Элина, Ләйлә һәм барлыҡ  туғандарың.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас